+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
13 Март 2023, 14:51

"Ғаилә - ул йылы усаҡ"

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2016 йылдан бирле 1 мартта  «Етегән» байрамы ойошторола.

"Ғаилә - ул йылы усаҡ"
"Ғаилә - ул йылы усаҡ"

Һуңынан яҙҙың беренсе көнө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләнә. 2021 йылдан «Етегән» байрамы ваҡытында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы үткәрелә башлай. Унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл күбәйә, географияһы ла киңәйә. 2023 йылда бәйгелә ҡатнашырға 100-ҙән ашыу ғаилә ғариза биргән. Улар  – Башҡортостандан, Ырымбур, Свердлов, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Ямал-Ненец, Ханты-Манси округтарынан, Татарстан Республикаһынан. Конкурста ҡатнашыусы ғаиләләрҙең 27-һе – төбәк этабына, 14-е финалға сыҡҡан. Улар Стәрлетамаҡта үткән байрамда төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. «Ғаилә ижады» тигәнендә I урын - Нефтекаманан Ғимаҙиевтарға, II урын – Өфөнән Вәлиевтәргә, III урын Сибайҙан Байғужиндарға бирелде.

«Ғаилә кәсебе»: I урын – Асҡын районынан Ғайсиндар,
II урын – Күгәрсен районынан Ишмөхәмәтовтар, III урын – Межгорье ҡалаһынан Хәйруллиндар.

«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында I урын - Нефтекама ҡалаһынан Ғилемхановтарға, II урын - Көйөргәҙе районынан Рахманғоловтарға, III урын Ғафури районынан Күскилдиндәргә эләкте. Шулай уҡ Сибайҙан Ғәйетбаевтар – «Һәләтле ғаилә», Стәрлетамаҡтан Мансуровтар – «Мираҫлы ғаилә», Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан  Кирәевтәр - «Рухлы ғаилә», Иглин районынан Нуриевтар «Күп балалы ғаилә» тигән махсус номинацияларҙа билдәләнде.

 Быйылғы бәйгелә Гран-при яулаусы иһә Стәрлебаш районынан Тойғоновтар!  Урал Мансур улы «Салауатгаз» ойошмаһының Стәрлебаш бүлегендә эшләй, ә Әлфиә Риф ҡыҙы – Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе. Был йыр-моң һөйөүсе матур ғаиләлә 3 малай үҫә. Үҙҙәренең «Тойғон» тип аталған ансамблдәре лә бар. Барыһы ла сәнғәткә ғашиҡтар.

Тимур балалар сәнғәт мәктәбендә уҡый. Ул – район хакимиәте башлығы стипендиаты, «Йыл уҡыусыһы» конкурсы еңеүсеһе. Спорт менән дә шөғөлләнә. Тимурҙың тырышлығы менән ғаилә шәжәрәһен төҙөгәндәр.

Тойғоновтарҙың икенсе улдары Таһир ҙа сәнғәттә лә, спортта ла һынатмай. Волейбол буйынса алдынғы, көрәш буйынса чемпион. Иң бәләкәстәре Дамир ҙа йырлай, бейей, бик алсаҡ малай.

Бүләкләү тантанаһы барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова еңеүселәрҙе видеобәйләнеш аша ҡотлап: «Балаларҙы халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, телен өйрәтеп үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ғаилә – ул йылы усаҡ, яҡтылыҡ, берҙәмлек. Барығыҙға ла именлек, бәхет теләйем. Балаларыбыҙ иҫән-һау, тәүфиҡлы шәхестәр булып үҫһен. Милләтбеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булһын», – тине.

 

"Ғаилә - ул йылы усаҡ"
"Ғаилә - ул йылы усаҡ"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: