+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Март 2023, 16:50

Өләсәйемә бүләк

Көн һайын тиерлек өләсәйемдең тәмле итеп ҡойған ҡоймағының еҫтәре танауымды ҡытыҡлап уята. Бер килке урынымдан ҡуҙғалмай ғына ләззәтләнеп ятам, өй эсен байҡайым. Зауыҡ менән биҙәлгән дә ул! Минең уянғаным­ды һиҙеп, өләсәйемдең йомшаҡ тауышы ла ишетелә.

Өләсәйемә бүләк
Өләсәйемә бүләк

– Тор инде, ҡыҙым, тор! Иртә торғандарға бәхет мул эләгә ул, балаҡайым!
Берҙән-бер ҡәҙерле кешемдең тауышы ла, ҡулдары ла наҙлы. Беҙ уның менән икәү генә йәшәйбеҙ. Өләсәйем һәр эшкә тилбер, оҫта. Уның уңғанлығына, сабырлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Мин һәр ваҡыт өләсәйемә ярҙам итергә, гел генә эргәһендә булырға тырышам. Үҙе һәр ваҡыт: «Балам, эшләгәнең миңә булһа, өйрәнгәнең үҙеңә булыр», «Эшләп үҫкән бала бер ҡайҙа ла юғалмаҫ», – тип арҡамдан һөйөп-һөйөп ала. Өләсәйемдең шундай ярҙамсыл ҡыҙы булып үҫеп килеүемә, бер кемгә лә һиҙҙермәһәм дә, эстән генә һөйөнөп бөтә алмайым.
Ул йомшаҡ һүҙле, эшкә, тәрбиәгә өйрәткәндә лә ипле генә өндәшә. Шуға үҙемде һәр саҡ ышаныслы тоям.
Бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, өләсәйемдән төрлө эшкә өйрәндем. Ә йәй көндәре урман буйлап йөрөп төрлө үлән, емеш-еләк йыйыу ҙа яратҡан шөғөлөмә әйләнеп китте. Бының файҙаһын да күрәбеҙ. Емеш-еләк­те үҙебеҙ өсөн генә түгел, ә ғаиләбеҙ ҡаҙнаһын тулыланды­рыу өсөн дә йыябыҙ. Бындай килем минең өсөн бик тә ярап ҡала, сөнки төрлө байрамдарҙа шул аҡсаға бүләк алып, өләсәйемде ҡыуан­дырыу – оло шатлыҡ. Уның йылмайып торған йөҙөн күреү генә лә мине ниндәйҙер бейеклектәргә әйҙәгәндәй тойола.
Берҙән-бер көндө өләсәйем ни сәбәптәндер кәйефһеҙ йөрөгәндәй һиҙелде. Төшкө сәйгә ултырғас, күҙҙәрем уның матур биҙәүестәр таҡҡан бармаҡтарына төштө. Быға тиклем яратып ҡына кейгән көмөш йөҙөгө юҡ икәнлеген күреп ҡалдым.
– Өләсәй! Бармаҡтарыңдан төшөрмәй, яратып таҡҡан йөҙөгөңдө ниңә һалырға булдың? – тигән һорауҙы бирмәйенсә булдыра алманым.
– Эй, балаҡайым! Һалып торһам, кирегә алып тағыр инем, ҡайҙалыр төшөп юғалды бит, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
Өләсәйем бик бөхтә, матур итеп балитәкле күлдәктәр кейеп, ҡулдарына көмөштән генә биҙәүестәр тағып йөрөр­гә ярата. Бына ни өсөн кәйефһеҙләнеп йөрөүенең серенә лә төшөндөм. Ярай әле тиҙҙән 8 Март байрамы ла етә, мотлаҡ өләсәйемдең юғалған йөҙөгө ише матур йө­ҙөк бүләк итәсәкмен. Эйе, өләсәйем ҡыуанасаҡ! Һис шик­һеҙ шатланасаҡ! Бүләк өсөн генә түгел, ә үҙенең тәрбиә емешен күреп һөйөнәсәк. Сөнки өләсәйем яҡындарың, туғандарың өсөн һәр саҡ иғтибарлы булырға кәрәклеген үҙе өйрәтеп үҫтерҙе бит.

Элина ХӘЙБУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: