Әсәй – донъялағы иң ғәзиз йән эйәһе. Ул балаһын һөйә, йән йылыһын биреп, наҙлап үҫтерә, ғүмере буйы тәрбиәләй, эшкә өйрәтә. Кәрәк саҡта кәңәштәрен дә бирә.
Әсәйем мине бәлеш бешерергә, ҡаҡ ҡойорға, төрлө-төрлө тәмлекәстәр яһарға, ҡайнатмалар эшләргә өйрәтә.
Әсәй, гел шулай ихлас, матур булып, һау-сәләмәтлектә гөрләшеп йәшәйек!
Лиә Хәсәншина, VI cиныф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Иҫке Туймазы мәктәбе.