+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Апрель 2023, 16:40

Балалары — төп байлыҡтары

Һай, бигерәк һоҡланғыс үҙҙәре! Ә һеҙ уларҙың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәрен, моңло итеп йырлауҙарын күрһәгеҙ! Артистарың ары тор­һон!

Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары — төп байлыҡтары

Был дәртле, берҙәм, өлгөлө ғаилә Өфө ҡалаһында йәшәй. Альбина Венер ҡыҙы Муллағолова береһенән-береһе һөйкөмлө, аҡыллы дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Тормош иптәше Айнур Инсаф улы – хәрби кеше, махсус хәрби операция башланғандан алып алыҫта хеҙмәт итә. Яҡындары менән һағынышып ҡына осрашалар. Шуға ла балаларҙы тәрбиәләү хужабикә иңендә. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, һәр көнөн ғәзиз сабыйҙарына бағышлап, һәр береһенә һөйөү-наҙын тигеҙ өләшеп, тормош йомғағын һүтә Альбина Венер ҡыҙы. Улын һәм ҡыҙҙарын бәләкәйҙән рухлы, телһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған ул. Әлиә, Элина, Байморат һәм Нурзәлиә баш ҡалала үҫеүҙәренә ҡарамаҫтан, матур итеп туған телебеҙҙә һөйләшә. Улар башҡортса ши­ғырҙар һөйләй, йырҙар йырлай, хал­ҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, ауыҙ-тел ижадын белеп үҫә. Әлиә, Элина, Байморат 48-се баш­ҡорт лицейында белем ала, ә Нур­зәлиә әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
– Күп бала үҫтереү – бәләкәйҙән килгән хыялым. Күмәк булған һайын күңеллерәк ул. Ҡыҙҙарымды һәм улымды Хоҙайҙың миңә биргән иң ҙур бүләге тип һанайым. Улар – төп байлығым. Һәр береһенең һәләте, уңышы әленән-әле ҡанатландыра, йәшәүгә көс өҫтәй, – ти бәхетле әсә.
Ғәзиз балаларын шәхес итеп тәрбиәләргә, һәләттәрен үҫтерергә күп көс һала ул. Ә улары һәр ваҡыт алдын­ғы, бер саранан да ситтә ҡалмайҙар, уңыштарға өлгәшәләр.
Иң өлкәне Әлиә – унынсы синыф уҡыу­сыһы. Көндәлеген тик яҡшы билдәләр генә биҙәй, һәр эшкә яуаплы ҡараған, аҡыллы, етди, маҡсатына ирешеүсән ҡыҙ лицейҙа үткән төрлө сараларҙы алып бара, оҫта рәссам да үҙе, һүрәттәре шул тиклем матур килеп сыға. Графика дизайны буйынса һәләтен камиллаштыра, модельерҙар курсын тамамлаған. Матурлыҡ ярат­ҡан Әлиә маникюр эшләү буйынса белем алып, ҡыҙҙарға тырнаҡ яһарға ла ваҡыт таба. Өсөнсө йыл инде ирекмәндәр түңәрәгенә, лицейҙағы медиаүҙәккә йөрөй, кисен автомәктәптә уҡырға ла өлгөрә.
Ә Элина бишенселә уҡый, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте, математика фәндәрен яратып өйрәнә. Ирекмәндәр түңәрәгендә шөғөлләнгән ҡыҙ­ҙың күңеле һәр саҡ ижад­ҡа тартыла. Кәрәк булһа, оҫта итеп бейей ҙә, һандуғастай моңло тауышы менән матур йырҙар ҙа башҡара. Ҙур теләк менән гитара, фольклор түңәрәктәренә йөрөй. Һуңғы арала йыр­ҙар ижад итеү һәләте лә асылған унда.
Ҡыҙҙар араһында бер бөртөк малай булып үҫеп килгән Байморат икенсе синыфта белем ала. Ул да апай­ҙарынан ҡалышмай, тыры­шып уҡый, ҡыҙыҡһыныусан, зи­рәк бала. Тасуири итеп шиғыр һөйләргә оҫта, йырлар­ға-бе­йергә ярата, ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнгән. Спорт менән дуҫ малай футбол, көрәш секция­ларында шөғөллә­нә.
Иң кескәйҙәре Нур­зәлиәгә – ни бары 3 кенә йәш. Балалар баҡсаһына теләп йөрөй, гимнастиканы үҙ итә. Ағай-апай­ҙарына оҡшап йыр-бейеүгә лә маһир. Үҙенә бүләк ителгән микрофонды ҡулынан да төшөрмәй, яҡындарына концерт күрһәтергә ярата кескәй артист. Әлегә бәләкәй булғас, атаһының ниңә оҙаҡ ҡайтмауын да аңлап етмәй ҡыҙсыҡ, үҙен юҡһына, фотоһүрәтен, видеоларын ҡарап, хәбәр­ҙәрен һөйләй.
Әлиә, Элина, Байморат лицей тормошонда ҡайнап йәшәй. Бер саранан да ситтә ҡалмайҙар, бәйгеләрҙә еңеп алған Диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары һанап бөткөһөҙ.
– Балаларым конкурста ҡатнашыр­ға булһа, бер ваҡытта ла теләктәрен кире ҡаҡмайым. Киреһенсә, ҡеүәтләп, күңелдәрен үҫтереп ебәрергә тырышам, ҡулымдан килгәнсә ярҙам итәм. Һәр ваҡыт, ҡатнашабыҙ икән, бушҡа ваҡыт уҙғарыр өсөн генә түгел, мотлаҡ беренселәрҙән булырға, еңергә кәрәк, тигән маҡсат ҡуям һәм йоҡламаһаҡ, йоҡламайбыҙ, еренә еткереп, ныҡлы әҙерләнәбеҙ. Балалар үҙҙәре лә быға күнегеп бөткән инде. Әле лицейыбыҙҙа «Заман» медиафорумы асылыу тантанаһына әҙерлек бара. Әлиә – унда алып барыу­сы, ныҡ тырыша ҡыҙым, көн дә икәүләп һүҙҙәрҙе ҡабатлайбыҙ, кейем әҙерләйбеҙ, – ти Альбина Венер ҡыҙы.
Был әсә кешегә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ши­ғыр-мәҡәләләр ҙә яҙа, үҙнәшер юлы менән «Бәхет утрауы» исемле китабын да сығарған. Үҙе яҙған шиғырҙарға синтезатор­ҙа көйҙәр ижад итеп, йыр­ҙар ҙа башҡара. Ҡала, район кимәлендә ойошторолған концерттарҙы матур сығыштары менән биҙәй. Биш клип төшөрөргә лә өлгөргән. Әйткәндәй, «Алмалай ғына балам«, «Өфөм – баш ҡалам« тигәндәрендә – Байморат менән Элина, «Тыуған көнөң менән, апай» тигәнендә Әлиә менән Нурзәлиә лә ҡатнаша. Һәр яҙған яңы йырын телевидениеға сығарып бара. Әсә­һенән өлгө алып, Элина ла уның «Ҡайтып киләм» шиғырына үҙе көй яҙып ҡараған. Бик матур килеп сыҡҡан ул. Хәҙер гимназияла уҙған саралар­ҙа ошо йыры менән йыш сығыш яһай.
Бар яҡтан да килгән оҫта ҡуллы әсә үҙенә, балаларына стилләштерелгән сәхнә костюмдарын да тегә.
– Тәүге тапҡыр ғаилә менән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында ҡатнаш­ҡанда бөтәбеҙ ҙә бер төрлөрәк костюмда булыу ниәте менән теккәйнем. Бик оҡ­шаны, уңышлы сығыш яһаныҡ. Шунан бирле һәр сараға кейемде стилен уйлап, этно биҙәктәр менән үҙем тегәм. Күмәк­ләшеп ҡат­нашҡан «Бишек йы­ры», «Илһам» шиғыр һөйләү кон­курстарында, Ғаилә фольклориадаһында ла беҙҙең кос­тюмдар үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо.
Былтыр Элина ҡыҙым белем усағында ойошторолған «Матурҡай – 2022» бәйгеһендә Гран-при яулағайны, ә быйыл Әлиәбеҙ шул уҡ конкурста беренсе урынға лайыҡ булды. Уға Сәлимә Усманова үҙенең «Башҡорт халыҡ кейемдәре» исемле бик шәп китабын бүләк итте. Тамғалар, милли биҙәктәр әҙерләү буйынса бик кәрәкле ҡулланма. Хәҙер ҡарап, өйрәнеп эшләргә ҙур ярҙамсы беҙгә был китап, – тип ҡыуана Альбина Венер ҡыҙы.
– Был һөнәр беҙгә лә оҡшай. Һеңлем менән әсәйемә һәр саҡ ярҙам итәбеҙ. Түшелдеректәрҙе, сәскә тағыр өсөн сулпы­лар­ҙы үҙебеҙ эшләйбеҙ. Бергә-бергә ҡул эштәре менән булышыу беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштергән кеүек, – тип һүҙгә ҡушылды Әлиә лә.
Әсәнән күргән – тун бескән, тип юҡҡа ғына әйтмәй­ҙәр шул. Ысынлап та, һәр эште бергәләшеп башҡарырға күнеккән был ғаилә.
– Насар юлға баҫмаһындар, алама ғәҙәттәрҙе үҙ итмәһендәр өсөн балаларҙың буш ваҡыты ҡалмаҫҡа тейеш, тигән ҡараштамын. Шуға ла һәр береһен үҙҙәренә оҡшаған түңәрәктәргә яҙҙырттым.Өйҙә булғанда ла ниндәйҙер шөғөл табам, йә бергә бешеренәбеҙ, йә кемдер гитарала, ҡурайҙа, синтезаторҙа уйнап, йырлашып ял сәғәттәре ойошторабыҙ, китаптар уҡыйбыҙ. Ял көндәре лә буш тормайбыҙ, бассейнға, уйын майҙансыҡтарына, паркка барабыҙ, киноға, концерттарға йөрөйбөҙ. Йыш ҡына бергәләп йүгерергә яратабыҙ, күнекмәләр залында шөғөлләнәбеҙ. Ауылға ҡайт­һаҡ, мотлаҡ тәбиғәткә сығабыҙ, Дим буйына төшәбеҙ, балыҡҡа барабыҙ. Ҡыҫҡаһы, донъя мәшәҡәттәренән арынып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә тырышабыҙ, – ти Альбина Венер ҡыҙы.
Бала – ата-әсәнең көҙгөһө, сағылышы. Ҡәҙерле кешеләре өлгөлө, тырыш, уңған булғас, балалары ла һоҡландыра. Элина менән Байморат хатта үҙҙәре теләп доғалар өйрәнә, кескәй һеңлеләре лә улар­ҙы ҡабатлай.
– Ғәзиз балаларымдың киләсәге яҡты, бәхетле генә булһын инде. Донъяларыбыҙ тынысланып, матур тормошта йәшәргә яҙһын. Сабыйҙарым хаҡына тормош иптәшем имен генә ҡайта күрһен! – тип һүҙен тамамланы дүрт бала әсәһе Альбина Венер ҡыҙы Муллағолова.

Юлиә КИРӘЕВА.

Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары —  төп байлыҡтары
Балалары — төп байлыҡтары
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: