+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
25 Апрель 2023, 09:35

Йәсминә "Йәншишмә" бүләктәрен алып һөйөндө

Ғаиләлә  балаларға яҡшы һәм өлгөлө тәрбиә биреү өсөн бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү, иғтибарлы булыу бик мөһим. Яҙыусы Тайфур Сәғитов та: “Ғаилә – ҡәҙерләп һауытта үҫтерелгән гөл, уны  ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә”, – тип яҙған бит. Дөп-дөрөҫ һүҙҙәр!

Йәсминә "Йәншишмә" бүләктәрен алып һөйөндө
Йәсминә "Йәншишмә" бүләктәрен алып һөйөндө

Бына беҙҙең балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Йәсминә Бөркөтбаеваның ата-әсәһе лә күптәргә өлгө булырлыҡ. Яҙгөл һәм Тимур Бөркөтбаевтарҙы маҡтағандан-маҡтағы килә. Шундай әүҙемдәр,шундай өлгөрҙәр үҙҙәре. Төркөмөбөҙҙә ниндәй генә сара, конкурстар үткәрелмәһен, һәр береһендә әүҙем ҡатнашалар. Йәсминә  балалар баҡсаһына килгәндән үк үҙен бик тырыш, уңған ҡыҙ итеп күрһәтте. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. "Йәншишмә" гәзите сайтында үткәрелгән "Ҡоштарға ашхана" конкурсында ла ҡатнашып, III урын яулағайны. Был уңыштарында ата-әсәһенең дә ярҙамы ҙур. Күптән түгел  "Йәншишмә" гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов үҙе килеп, Маҡтау ҡағыҙы менән   иҫтәлекле бүләктәр менән тапшырып китте. Рәхмәт редакция хеҙмәткәрҙәренә!

Татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларыбыҙ сәләмәт, бәхетле, кешелекле, эшсән булып үҫһендәр. Уларға тағы ҙур уңыштар, һаулыҡ һәм илебеҙгә тыныслыҡ теләйбеҙ.

 

Көнһылыу ӘҮӘЛБАЕВА,

"Йондоҙло" балалар баҡсаһының “Күбәләктәр” төркөмө  тәрбиәсеһе.

Баймаҡ ҡалаһы.

Йәсминә "Йәншишмә" бүләктәрен алып һөйөндө
Йәсминә "Йәншишмә" бүләктәрен алып һөйөндө
Йәсминә "Йәншишмә" бүләктәрен алып һөйөндө
Йәсминә "Йәншишмә" бүләктәрен алып һөйөндө
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: