+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
2 Май 2023, 15:15

Беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡына...

Ер тетрәп, бер нисә секунд эсендә йәшәгән йортон, ирен, балаларын ғүмерлеккә юғалтҡан ҡатын  тетрәндергес һүҙҙәр яҙа.

Беҙ был донъяла  ҡунаҡ ҡына...
Беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡына...

 “Ә бит мин өйөмдө иҫкегә, йәмһеҙгә, туҙғанға һанай инем. Өй йыһаздары иҫке, шыҡһыҙ күренә ине. Интернетта күреп белгән, байлыҡ, рәхәт тормош билдәһе булып күренгән нәмәләрҙең береһе лә минең тормошомда булмауына эсем боша ине... Бына хәҙер, ул тормошто ғүмерлеккә юғалтҡас, Йәннәттә йәшәгән кеүек, бәхетле көндәрем булғанын  аңланым... Ул тормошома бер генә сәғәткә ҡайтыр өсөн дә әллә ниҙәр бирер инем! Тик булмай шул! Ғәзиз ғаиләм дә, өйөм дә юҡ! Шуға кешеләргә әйткем килә: булғанынан ҡәнәғәт булып йәшәгеҙ! Һәр нәмәнең ҡәҙерен белеп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр хистәре менән көн күрегеҙ! Бәхетегеҙҙе мәлендә күрә һәм баһалай белегеҙ”.
Хаҡ һүҙҙәр!

Сығанаҡ һәм фото: Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: