-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
13 Май 2023, 22:20

Туғандарың тураһында үҙең дә яман һөйләмә, кешенән дә һөйләтмә

Файҙалы 65 кәңәште уҡып сығығыҙ әле. 1. Иртәнсәк уянғас та, яңы тыуған көндө ҡаршылау бәхете бүләк иткән Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйт.

Туғандарың тураһында үҙең дә яман һөйләмә, кешенән дә һөйләтмә
Туғандарың тураһында үҙең дә яман һөйләмә, кешенән дә һөйләтмә

2. Иртә торорға ғәҙәтлән. Ял көндәрендә торғанда ла сәғәт 9-ҙан ҡалма.
3. Шишмә һыуын эс (көнөнә ярты литрҙан ашыу).
4. Иртәле-кисле һалҡынса һыу менән сайынып алыу файҙалы.
5. Алдағы көндә нимә кейереңде кистән әҙерлә.
6. Маҡсаттар ҡуй.
7. Был донъяның кеме генә юҡ. Һәр береһен тәрбиәләп маташма.
8. Көн дә 15 – 60 минут саф һауала йөрөп кил.
9. Ашағандан һуң һалҡын һыу эсмә.
10. Күңелеңә ятмаған кешеләрҙән йыраҡ бул.
11. Насар кешеләр араһына барып эләкһәң, улар кеүек булырға ярамай икәнен аңлау ҙа файҙаға.
12. Хыялдар кешене ҡанатлы итә.
13. Уңышлы кешеләр менән йыш аралаш.
14. Спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт тап.
15. Һәр уңышың өсөн кешенән маҡтау көтмә – үҙ күңелеңде үҙең күреп өйрән. Мәҫәлән, атҡарып сыҡҡан берәй ауыр эштән һуң театрға барып ял ит.
16. Белемеңде арттыр, яңы һөнәр йә файҙалы ғәҙәт үҙләштер.
17. Һәр эште күңел һалып башҡар.
18. Хәҙерге тормошоң һиңә оҡшамай икән, нимәнелер үҙгәрт.
19. Үҙ көсөңә ышан.
20. Тәрән итеп тын алыу, йыш-йыш тын алыуға ҡарағанда күпкә файҙалы.
21. Яман менән яҡшыны айырырға өйрән: һине ысын күңелдән яратҡан кеше бер ҡасан да эскелеккә, яуызлыҡҡа этәрмәҫ.
22. Атайың менән әсәйеңде фәрештә тип һана.
23. Үҙеңдән ярлыраҡҡа ярҙам ҡулы һуҙ.
24. Ауыҙыңа нимә ингәнде һәм ауыҙыңдан нимә сыҡҡанды бел.
25. Ҡатын-ҡыҙ наҙлы булһа, ир-ат үҙен көслө зат итеп тойор.
26. Һүҙгә артыҡ һаран булма.
27. Тыныс кеше ышаныслы күренә.
28. Мыжыҡ булма. Алға киткән Японияла 5 йәшкә тиклем генә мыжыу рөхсәт ителә.
29. Дүрт һаның теүәл булып та эшең алға бармай икән, тимәк, һин – йә ялҡау, йә мыжыҡ, йә ҡурҡаҡ.
30. Тураһын ярып әйтеү – батырлыҡ түгел. Кешенең йөҙөн йыртмайынса әйтер һүҙеңде еткереү -–тәрән аҡыл билдәһе.
31. Мөһим эштәреңде аҙаҡҡа ҡалдырма.
32. Ике эште бер юлы эшләп өйрән. Мәҫәлән, иҙән йыуғанда ятлай торған шиғырыңды ятла; йүгергәндә яратҡан йырыңды тыңлап, һүҙҙәрен хәтереңдә ҡалдыр; телевизор ҡарағанда бәйләм бәйлә йә сканворд сис.
33. Һәр ваҡыт аҡса ғына уйлап йөрөмә. Тормоштан ләззәт алыу өсөн байлыҡ та кәрәкмәй. Бәхет – һинең үҙеңдә.
34. Ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡма.
35. Уңыштың 90 проценты – тырышлыҡ.
36. Һәр секундтың ҡәҙерен бел. Ваҡытты тоҡ-тоҡ аҡсалар менән дә кирегә бороп булмай.
37. Кешеләр менән йылмайып һаулыҡ һораш.
38. Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торма. Матур кәүҙәң менән маҡтанғансы, изгелек ҡыл да – шатлан.
39. Туғандың урыны – түрҙә.
40. Дөрөҫ туҡлан. Итле, шәкәрле, тоҙло аҙыҡтарҙы самалап аша.
41. Көпә-көндөҙ  ял итеп ятыу – һау кеше өсөн килешмәгән ҡылыҡ.
42. Иренә тауыш күтәргән ҡатын бәхетле булмаҫ, ҡатынына ҡул күтәргән ир уңышлы булмаҫ.
43. Һәр береһенең артынан эйәреп китергә әҙер булма.
44. 60 йәште үткән ата утын ярһа – улы яман, 60 йәште үткән әсә иҙән йыуһа – ҡыҙы яман.
45. Ҡабаланған –ашҡа бешкән.
46. Бер ҡасан да үҙеңдең уңышһыҙлыҡтарыңда кешене ғәйепләмә. Үҙ өҫтөңдә эшлә.
47. Үткәндәрҙә аҙашып йөрөп, бөгөнгө көндөң матурлығын күрмәй ҡалма.
48. Йоҡларға ятҡас – йоҡла, башыңды юҡ-бар борсолоуҙар, күңелһеҙ уйҙар менән ҡатырма.
49. Китап уҡы. Китап уҡымаған кеше тоҙһоҙ аш менән бер: нимәлер һөйләй, әммә хәбәренең "тәме" юҡ.
50. Һүҙҙең ҡәҙерен бел.
51. Ғаилә – бер-береңә үҫешергә ярҙам итеү. Береһе аҫҡа һөйрәп, икенсеһе өҫкә һөйрәүҙән файҙа юҡ.
52. Яңғыҙлыҡтан ҡурҡам тиеүселәр иһә яңғыҙлыҡтан түгел, үҙ-үҙе менән яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа.
53. Бер ҡасан да һуң түгел. Нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, тормошоңдо яҡшыға үҙгәртергә ынтыл.
54. Хушбуй түгел, аш-һыу еҫе сығып торған өйҙөң ҡото бар.
55. Башыңа килгән һәр яҡшы уйҙы яҙып ҡуй.
56. Һүҙеңдә тор.
57. Ҡолағың ишеткәнгә лә, кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙгә лә ышанма. Үҙ күҙҙәрең менән күргәнгә генә ышан.
58. Кешенең кем икәнлеген белгең килһә, башҡалар тураһында нимә һәйләүенә иғтибар ит. Күңеле таҙа кеше башҡаларҙы яманламаҫ.
59. Донъяла ниҙәр барлығы менән ҡыҙыҡһын.
60. Кеше байлығына көнләшмә. Һәр кемдең үҙ сабатаһы.
61. Олоно оло тип бел, кесене кесе тип бел.
62. Үсегеү ғәҙәтен ташла.
63. Өйҙә – арыҫлан, тышта ҡуян булма.
64. Туғандарың тураһында үҙең дә яман һөйләмә, кешенән дә һөйләтмә.
65. Ғүмер мәңгелек түгел. Бөгөнгө эшеңде иртәнгегә ҡалдырма.


 Сығанаҡ: “Тамаша” журналы.

Гөлфирә Ҡансуринаның һүрәте. Ейәнсура районы, Байыш ауылы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: