+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Май 2023, 10:30

”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”

Йыш ҡына ғаиләне йылы усаҡ менән тиңләйҙәр. Кешеләр уның янына йыйылырға ынтылып ҡына тора. Ғаилә ни тиклем ныҡ икән, унан килгән йылылыҡ та көслө була.  Күмертауҙа йәшәгән Вәхитовтарҙың татыу һәм мөхәббәтле ғаиләһендә өс малай тәрбиәләнә.

”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”

   Күптән түгел бәхетле ата-әсә өсөнсөгә бәпес алып ҡайтҡан. Уға Артур тип исем ҡушҡандар. Беренсе улдары – Әнүәр. Ул тиҙҙән Күмертау ҡалаһындағы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияның II “А” синыфын тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаясаҡ. Ә икенсеһе – Әмир, ул көҙгә ағаһы уҡыған белем усағына, беренсе синыфҡа барырға йыйына. Әлегә әсәһенең ҙур ярҙамсыһы булып, кескәй туғанын ҡараша. Ни тиһәң дә, ағай бит. Ата-әсәһе бәпес алып ҡайтҡас, малайҙар шатланып бөтә алмай. Башта Әнүәр:”Һеңле көткәйнем бит”, – тип илап та алған. Хәҙер үҙе бәпескә һоҡланып: “Бына минең ниндәй ҡустым бар”, – тигән була.

 Бәләкәй йондоҙға әйләнгән Әнүәр этно-йырсы Зәйнетдин менән бер сәхнәлә сығыш яһап та өлгөргән әле. Баҡтиһәң, уның ижады менән кескәй сағынан уҡ ҡыҙыҡһына икән. Йырсының ҡыл-ҡумыҙҙа уйнағанын күреп, хатта атаһынан уны һатып алдыртып, уйнарға өйрәнгән.

  – Әнүәр ҡурайҙа ла бик оҫта уйнай. Ҡыл-ҡумыҙҙа торна, кәкүк, төрлө ҡоштар тауыштарын килештереп сығара белә. Уның теле лә йырлап асылды бит, – тип һөйләй ҡәртәсәһе Әлфиә Вәхитова.

  – Улым 5 йәштә "Шайморатов генерал " йыры менән беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡты, – ти әсәһе Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы. – Республика кимәлендә ойошторолған «Ҡарға бутҡаһы» байрамында ла ҡатнашты. Әнүәр гимназияла эшләп килгән «Аҡбуҙат» фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Етәкселәре Йәмилә Сабир ҡыҙы Рамаҙанова халыҡ йолалары аша балаларыбыҙҙы күп нәмәгә өйрәтә.

  Бик хуп! Халыҡ йолаларын балаларға күрһәтеү, өйрәтеү бик тә кәрәк. Улдарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ телһөйәр, илһөйәр булып, тарихыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли байрамдарыбыҙҙы белеп үҫһен шул.

  Әнүәр Вәхитовтың ҡумыҙҙа оҫта уйнауы, йырлауы, хатта өзләүе барыһын һоҡландыра. Ул: «Мин үҙебеҙҙең өлгөлө «Аҡбуҙат» фольклор ансамбленә яратып йөрөйөм. 4 йәштән ҡурайҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнарға өйрәндем. Бейергә лә әүәҫмен. Минең яратҡан артистарым – Илнур Рамаҙанов менән Зәйнетдин», – ти. Уның эш һөҙөмтәһе булып торған портфолиоһын асып ҡараһаң, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарын, Почёт грамоталарын күрерһең. Һанап бөткөһөҙ! Ул “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторған “Сулпылар – 2022” конкурсында I урын алған, Көйөргәҙе районы үткәргән бәйгелә  – “Башҡорт халҡының рухи мираҫын дауам итеүсе” номинацияһында, республика һәм район кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа еңеүсе булған. "Алтын сапсан" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында I дәрәжәләге лауреат, шулай уҡ районда “Йәш музыкант” исемен дә яулағанған.

   Ә бына икенсе улдары Әмир спорт менән дуҫ. Көрәш, дзюдо һәм шахмат түңәрәктәренә йөрөй. Шулай уҡ өйҙә флейтала уйнарға өйрәнә икән. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Йүгереп йөрөп әсәһенең ҡушҡан йомоштарын үтәй. Гел генә ҡустыһы янында урала.

   Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы үҙен бәхетлегә һанай. Тормошонан ныҡ ҡәнәғәт.

   – Беҙ бәләкәй саҡтан тормош иптәшем Роберт менән дуҫ булдыҡ. Икебеҙ ҙә бер ауылда йәшәгәс, балалар баҡсаһына ла бергә йөрөнөк. Мәктәпте тамамлағас та юлдарыбыҙ айырылманы. Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға индек. Шунда инде ныҡлы дуҫлығыбыҙ мөхәббәткә әүерелеп, ҡулдарыбыҙға диплом алғас та гөрләтеп туй үткәрҙек.

   Роберт – өлгөлө атай, итәғәтле, матур холоҡло, бик йомшаҡ күңелле кеше. Һәр саҡ файҙалы кәңәштәрен әйтеп, улдарына матур тәрбиә бирергә тырыша. Үҙе вахта ысулы менән Себер тарафтарында инженер булып эшләй. Арып ҡайтһа ла, зарланмай. Өйҙә улдарына – таяныс, терәк, уларға иғтибарын да, көсөн дә йәлләмәй, – ти ул.

   Был күркәм ғаиләнең ике яҡлап та өләсәй-ҡәртәсәйҙәре лә ейәндәргә матур тәрбиә бирергә, улар рухлы, һау-сәләмәт булһын, тип тырыша. Йәйгеһен балалар Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында йәшәгән ҡәртәсәй, өләсәй-ҡартатайҙарына ҡайта. Тәбиғәт ҡосағында булып, рәхәтләнеп ял итәләр. Үҙҙәре ҡалала торһалар ҙа, ауыл эшен ярата. Ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итеп ҡайталар.

   – Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ, – тип ҡыуана Вәхитовтар.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
”Өс улыбыҙ бар – өс бәхетебеҙ”
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: