+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
26 Май 2023, 12:35

Матур ғаилә – ил күрке!

Кеше күңеленең киңлеге ғаилә ҡороп йәшәй башлағас асыла. Ата-әсәнең һәр һулышы, ынтылышы, ҡыуанысы — ул бала. Ә тәрбиәле бала — ата-әсә өсөн иң ҙур байлыҡ. Ҡариҙел ауылында йәшәүсе Юлиә һәм Данир Вәлиевтар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, балаларына дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн бар тырышлығын һала.

Матур ғаилә  – ил күрке!
Матур ғаилә – ил күрке!

Ғаилә усағын һаҡлаусы Юлиә Раушан ҡыҙы район Мәҙәниәт һарайында милли мәсьәләләр буйынса баш белгес булып эшләй. Шуға ла уны ҡариҙелдәр мәҙәни сараларҙа, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ та яҡшы белә. Данир Ханифйән улы себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй.

Вәлиевтар береһенән-береһе батыр, баһадир өс ул үҫтерә. Оло улдары Эльмир VIII синыфты тамамлай. Ҡариҙел ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбенең театр бүлегендә лә белем алырға өлгөрә, "Йәш армия"сылар штабына йөрөй, төрлө республика һәм район күләмендәге патриотик сараларҙа ҡатнаша. Уртансы улдары Илнур - V  синыф уҡыусыһы, ул бик матур йырлай. Ҡариҙел ауылы күп функциялы клубының «Сулпан» фольклор төркөмөндә шөғөлләнә. Төрлө мәҙәни байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша, футбол буйынса спорт түңәрәгенә йөрөй. Кинйәкәй Надир иһә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, ағайҙары, ата-әсәһе кеүек бейергә һәм йырларға ярата.

Вәлиевтар ғаиләһе үҙ тырышлығы менән Ҡариҙел ауылында ҙур, яҡты өй һалып сыҡҡан. Матур, төҙөк донъя, йәшелсә-сәскәле ҙур баҡса — былар барыһы ла уларҙың ғаилә бәхете нигеҙе. Буш ваҡытында хужабикә төрлө аш-һыу әҙерләргә, бәйләргә, гөлдәр үҫтерергә, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, байрамдарға торттар бешерергә ярата. Атай кеше йорт тирәһендә, баҡсала эшләп, төҙөкләндереп, улдарын эшкә, үҙе белгән һөнәрҙәргә өйрәтә. Ғаилә әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Ҡышын саңғыға һәм тимераяҡҡа баҫалар, йәйен баҡса эшендә мәж килеп, тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә ваҡыт табалар. Йыш ҡына Вәлиевтар ғаилә менән сәйәхәт итергә, балыҡ тоторға, бәшмәк, еләк-емеш йыйырға йөрөй.
— Киләсәктә, тыныс тормошта, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулау, ғаиләбеҙ менән бәхеттә, етеш тормошта йәшәү, балаларҙы уҡытып кеше итеү, уларға дөрөҫ тәрбиә биреү, улдарыбыҙҙың шатлығына төрөнөп йәшәү насип булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ,
Ғөмүмән, балалар тормош мәктәбен ата-әсәһенән ала. Юлиә менән Данирҙың да балалары үҙҙәренә оҡшап, тыныс холоҡло, тырыш, бар эшкә лә оҫта булып үҫер. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тиҙәр бит.

Гөлнара СОЛТАНОВА.

Ҡариҙел районы.

Сығанаҡ һәм фото: kurultai.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: