+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
30 Май 2023, 15:30

Олатайым менән ғорурланам

Минең олатайымдың исеме – Рауил Ғарифулла улы Садыҡов. Ул сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ул 1982 – 1984 йылдарҙа Мукачев, Закарпатье сик буйҙарын һаҡлай.

Олатайым менән ғорурланам
Олатайым менән ғорурланам

Уның әрме тураҺында һөйләүен бик яратып тыңлайым. Әрмелә булғанда бик матур фотоальбом эшләгән. Унда бергә хеҙмәт иткән иптәштәренең фотоһүрәттәре, төрлө һүрәт һәм сик тураһында шиғырҙар урын алған. Был альбомда уның тоғро дуҫы Рекс  этенең фотолары ла бик күп.

Олатайым сик һаҡсыһы ғәскәрендә хеҙмәт итеүе менән  бик ғорурлана. Йыл һайын 28 май көнө  ғаиләбеҙ менән һәйкәлгә сәскәләр һалырға барабыҙ, байрам итәбеҙ.

Олатай, һеҙ – Ватаныбыҙҙың иң көслө һәм иң сыҙам заттары. Һеҙҙе бушҡа ғына илдең ҡалҡаны, тип атамайҙар.

Мин һинең менән ғорурланам.

Таһир Рәхимов, II синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Олатайым менән ғорурланам
Олатайым менән ғорурланам
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: