

– Беҙ барыбыҙ ҙа яратып уҡыған, тыңлаған әкиәттәр халыҡ педагогикаһының төп компоненттарына инә.
Бик хаҡ һүҙҙәр! Дуҫтар, һеҙгә тәрбиә, ғаилә тураһында мәҡәлдәр тәҡдим итәбеҙ.
Бала – ата-әсәгә алтын бағана.
Баланан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер, баланан бәхетең булмаһа – иртә йәштән ҡартайтыр.
Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ, ир байлығы – тәүәккәллек.
Ҡыҙ күңелендә – балалы бишек, ир күңелендә – эйәрле ат.
Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билдәле.
Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас, ҡәҙер күрерһең.
Ағаһынан күреп ҡусты үҫер, апаһынан күреп һеңле үҫер.
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә — ир.
Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған.
Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
Һүрәттә: өлгөлө өләсәй Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙы Иҫәндәүләтова ейәне Ирхан менән яратҡан гәзиттәре "Йәншишмә"не уҡый.
Фото: Зөһрә Хәкимова.