+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
16 Июнь 2023, 07:08

Ярай әле эргәмдә һеңлем бар

Мин үҙемде бәхетле һанайым. Сөнки эргәмдә яратҡан Зөлфиә һеңлем менән Илдиәр ҡустым бар! Беҙ үҙ-ара та­тыубыҙ. Бөгөнгө һүҙем һеңлем тураһында.

Ярай әле эргәмдә һеңлем барЯрай әле эргәмдә һеңлем бар
Ярай әле эргәмдә һеңлем бар

Ул тыуғанда миңә ни бары 3 йәш кенә булған. Үҙенә исемде өләсәйем һайлаған: «Бер-береһенә иш, үҙ-ара татыу, дуҫ булһындар. Зөлхизәгә оҡшатып, Зөлфиә тип ҡушығыҙ!» – тигән.
Әйткәне хуш килде өләсәйемдең. Мин Зөлфиәне ныҡ яратам. Үҙен ҡа­рап ҡына йөрөтәм. Һәр ваҡыт бергә­беҙ. Бәләкәйерәк саҡта беҙҙе күргән кешеләр: «Һеҙ игеҙәктәрме?» – тип һорай торғайны. Әсәй бер иштән кейендереп ебәрһә, бигерәк тә оҡшашбыҙ шул.
Мин сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлағас, ул да шунда барҙы. Тәүҙә һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнде. Һуңғы осорҙа музыкаға өҫтөнлөк бирҙе – гитарала уйнарға өйрәнә. Мин уның оҫта музыкант булырына ышанам.
Һеңлем һәр эшкә яуаплы ҡарай, уҡыу­ҙа ла алдынғылар рәтендә. Шуның өсөн дә уның фотоһүрәте мәктәбебеҙҙең «Уҡыу алдынғылары»таҡтаһын биҙәй.
Зөлфиә менән йәйге каникулды ла бергә үткәрәбеҙ. Быға ҡыуанам да, ярай әле эргәмдә һеңлем бар.

Зөлхизә ИСҠУЖИНА.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 1-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас