

Атайҙар ролен күтәреү буйынса Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы үҙ эшмәкәрлегендә социаль йүнәлеште айырып күрһәтә. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итә.
Рәшит Сафиуллиндың ишле ғаиләһенә кер йыуыу машинаһы менән кейем шкафы бүләк иткәндәр. Атай 2009, 2011 һәм 2014 йылдарҙа тыуған өс балиғ булмаған баланы яңғыҙы тәрбиәләй.
Сығанаҡ һәм фото: «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите