

Балаңды тәрбиәләгәндә түккән тиреңде, балаң олоғайған көнөңдә икеләтә ҡиммәттә түләп, ҡәҙер итер. Ул-ҡыҙҙарың тәүфиҡлы булып үҫһен тиһәң, үҙең тәүфиҡлы бул.
Балаға кесе йәшенән бирелгән тәрбиә майҙай йоғор.
Балаға әсә тәрбиәһе лә, ата тәрбиәһе лә берҙәй кәрәк.
Баланы тәрбиәләү – иң ауыр, оло эш.
Әсә балаһына ҡартайһа ла тәрбиә бирер.
Иң матур тәрбиәне бала үҙ әсәһенән ала.
Әсә-атанан тәрбиә алмаған бала, үҙ балаһына тәрбиә бирә алмаҫ.
Балаға аҡыл тәрбиә аша бирелә.
Балаһына яҡшы тәрбиә биргән әсә шатлыҡ-бәхеттәрҙе күберәк күрер, ә тәрбиә бирмәгәне хәсрәт кенә күрер.
Нәсимә Ғайсина.
Сығанаҡ һәм фото: "Атайсал" төбәк гәзите