

Һис бөтмәҫ уның эше,
Бигерәк тынғыһыҙ кеше,
Йүгерә лә йүгерә,
Бөтә ергә өлгөрә.
Бигерәк тәмле бешерә,
Ҡулынан балдар тама.
Һәр кешегә иғтибарлы,
Уны күргән шатлана.
Бына шундай әсәйем,
Әсәкәйем, күҙ нурым!
Ҡайғым юғала, башымдан
Һыйпаһа уның ҡулы.
Әсәйҙәргә йылы һүҙҙе,
Дуҫтарым, йәлләмәйек!
Улар ерҙә берәү генә,
Әсә ҡәҙерен беләйек!
Лиана ИСХАҠОВА.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.