

– Халҡыбыҙҙың рухи байлығы, баһалап бөткөһөҙ мираҫы булған «Урал батыр» эпосы Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит утарында яҙып алынған. Беҙ бының менән ғорурланабыҙ. Был эпосты районыбыҙҙа яратып өйрәнәләр. Уны яттан һөйләүселәр бәйгеһендә минең уҡыусыларым да әүҙем ҡатнаша. Улар араһынан бигерәк тә Нәйлә менән Нияз Баййегетовтар һоҡландыра.
Бөтәһе лә ғаиләнән башлана, тип уйлайым. Баййегетовтар балаларында туған телгә һөйөү тәрбиәләй алған. Ғаилә башлығы Ҡадир Наил улы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы бүлегенең иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса оператив вәкиле булып эшләй. Сәнғәтте лә ярата. Бигерәк моңло йырлай, ҡурайҙа уйнай, бейеү көйҙәренә өҙҙөрөп баҫа. Ҡатыны Рәзинә Мөнир ҡыҙы – «Айыукай» балалар баҡсаһының мөдире. Ул башҡорт телен үҫтереүгә һәм пропагандалауға күп көс һала. Кескәйҙәргә «Урал батыр» тураһында мәғлүмәт биреп, уларҙа бөйөк эпосыбыҙға һөйөү тәрбиәләй. Шулай уҡ бәйгелә ҡатнашыусыларҙы йыл да Хәмит утарына экскурсияға алып барыуға булышлыҡ итә. Уларҙың балалары ла ата-әсәләре кеүек башҡорт рухлы булыуы күренеп тора.
Балалар баҡсаһынан уҡ эпосты ятлай башлаған Нәйлә Баййегетова тәүге йылда уҡ тамашасылар һөйөүен яуланы. II синыфта уҡығанда ул 602 юл ятлап, районда – еңеүсе, республика кимәлендә II урын алды. Аҙағыраҡ III – IV синыфтарҙа ла уҡыусым алдынғылыҡты бирмәне.
Нәйлә менән бергә бик актуаль булған «Урал батыр» эпосында баҫым» темаһына ғилми-эҙләнеү эшен дә яҙҙыҡ. Уның был эше фәнни-ғәмәли конференцияла яҡшы баһа алды. Нәйлә эпостан миҫалдар килтереп һөйләне һәм призлы урынға лайыҡ булды.
Хәҙер инде уға алмаш булып ҡустыһы Нияз килде. «Урал батыр» эпосын яратып яттан һөйләгән малай тәүге сығышында уҡ үҙенең оҫталығы менән тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Уҙған уҡыу йылында ул тәүҙә Баймаҡ районы буйынса, артабан Сибай ҡалаһында ойошторолған төбәк-ара турҙа ҡатнашып, еңеүсе булып танылды. Хәҙер инде республика кимәлендә уҙғарылған ярышҡа әҙерләнергә ҡалды. Бәйге 16-18 август Бөрйәндә үтәсәк. Уҡыусым унда ла һынатмаҫ, тип ышанам, – ти 5-се дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Динә Ғафарова-Мырҙағәлина.
Ысынлап та, шулай дәртле, туған телебеҙгә, әҙәби хазиналарыбыҙға, йолаларыбыҙға битараф булмаған Баййегетовтарҙы маҡтағандан-маҡтағы килә. Шундай илһөйәр, телһөйәр ғаиләләр күберәк булһын ине ул. Ә Ниязға инде иһә бәйгелә тик уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ.
Лилиә СОЛТАНОВА.
Фотолар Нәсимә һәм Ҡадир Баййегетовтарҙың ғаилә архивынан алынды.

