+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ғаилә усағы
21 Август 2023, 12:00

Ун ике ейән-ейәнсәрҙәре бар

Мин барғанда, көтөү ҡайтҡан ваҡыт ине. Арсен менән Алсын малдарҙы ҡарап инде лә, тиҙ генә ашап, киске уйынға сығып та китте. Эйе, ауылда йәйгеһен эш бөтмәҫ-төкәнмәҫ шул. Баҡса ҡарау, картуф утау, мал, бәпкә көтөү, бесән әҙерләү – бөтәһенә өлгөрөргә кәрәк. Вәсилә инәй менән Илгиз олатай был йәһәттән бәхетле: ун ике ейән-ейәнсәре яндарына килеп ярҙам итеп кенә тора.

Ун ике ейән-ейәнсәрҙәре барУн ике ейән-ейәнсәрҙәре бар
Ун ике ейән-ейәнсәрҙәре бар

Ташҡыя ауылында донъя көткән Аллаяровтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Руслан һәм Илнур ғаиләләре менән Иман­ғол ауылында төплән­һә, Эльвира күрше Сораман ауылында тормошта. Йәштәрҙең һәр береһенең дүртәр балаһы бар. Вәсилә инәй улар хаҡында ғорурланып, үҙҙәрен маҡтап һөйләп алды.
Оло улдары Руслан ҡатыны Гөлнара менән Арсен, Алсын, Диана, Раянға ғүмер биргән. Ҙурҙары – студент, иң бәләкәстәре балалар баҡсаһына йөрөй. Был ғаиләлә балаларҙа бейеү һәләте бар, малай­ҙар мәктәп ансамбленә йөрөп, район, республика конкурстарында ла ҡатнашып тора икән. Әле Диана ла бейеүгә йөрөй, өсөнсөнө гел яҡшы билдәләргә тамамлаған. Алсын да – уҡыу алдынғыһы, олимпиадаларҙа ҡатнашып, гел еңеүҙәр яулай.
Эльвира ҡыҙҙары менән Рөс­тәм кейәүҙәренең ике ҡыҙы, ике улы бар: Зәриә, Наҙгөл, Руслан, Илһам. Бигерәк тырыштар, маҡсатлылар, тиктормаҫтар үҙҙәре. Йәйен күмәкләп еләк йыйып һаталар. Аҡса эшләп, бар кәрәк-ярағын алалар, сәйәхәт итәләр. Ҡышын өй алдын мотлаҡ үҙ ҡулдары менән эшләнгән боҙ һындар биҙәй – ауылдаштар араһында үткәрелгән ярышта призһыҙ ҡалмайҙар. Шулай бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә балалар. Уҡыуҙары ла яҡшы.
Илнур улдары менән Алина килендәре Алһыу, Динислам, Инсаф һәм Мәҙинә исемле балалар тәрбиәләй. Ҡыҙҙарҙың ҙуры спортты үҙ итә, ярат­ҡан шөғөлдәре – һүрәт төшөрөү, сәйләндән төрлө биҙәүестәр яһау. Динислам бейеүгә йөрөһә, бәләкәйҙәр әле мәктәпкә бармаған.
– Әлдә ейән-ейәнсәрҙәрем бар. Улар килһә, донъябыҙ йәмләнеп китә, – ти Вәсилә инәй.


Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.
Учалы районы,
Ташҡыя ауылы.

Ун ике ейән-ейәнсәрҙәре бар
Ун ике ейән-ейәнсәрҙәре бар
Ун ике ейән-ейәнсәрҙәре бар
Ун ике ейән-ейәнсәрҙәре бар
Ун ике ейән-ейәнсәрҙәре бар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас