+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ғаилә усағы
26 Сентябрь 2023, 06:28

Матур ғаилә - ил күрке

Республикабыҙҙа өлгөлө ғаиләләр күп. Шундайҙарҙың береһе Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында йәшәй. Өс балаға ғүмер биреп, уларҙы матур итеп тәрбиәләп үҫтерә Сулпан һәм Әхмәт Тахаувтар.

Матур ғаилә - ил күркеМатур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке

Сынбулат – V, Айнагөл III синыфҡа уҡырға барҙы. Миңлегөл бәләкәс әле. Йыл һайын йәйҙәрен файҙалы, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышалар. Быйыл да күп сәйәхәт иткәндәр. Магнитогорск ҡалаһындағы ял паркына, үҙҙәрендәге Яҡтыкүлгә, Бөрйәнгә, күптән барырға хыялланған Шүлгәнташ мәмерйәһенә барып ҡайтҡандар. Ағиҙелдә һыу инеү, яр буйында усаҡта сәй ҡайнатып эсеү, иҫ киткес тәбиғәткә һоҡланып йөрөү бик оҡшаған.

Өфөгә килеүҙәре иһә – үҙе бер тарих. Тахаувтар матбуғат баҫмалары менән дуҫ. Күпләп гәзит-журналдар алдырып уҡыйҙар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яраталар. «Йәншишмә» үткәргән «Беҙҙең бала саҡ» фотоконкурсында I урын алғайнылар. Өйҙәрендә йыйылып киткән "Йәншишмә" гәзиттәренән парашют эшләгән ине улар! Бүләктәрен һәм Почет грамотаһын килеп алдылар. Ә «Аманат» журналына яҙылыусылар араһында үткән отош уйынында Сынбулат төп бүләк – велосипедты отто. Өфөгә ғаиләләре менән бишәүләп килгәйне Тахаувтар. Бер юлы баш ҡала менән дә яҡындан танышып ҡайттылар. «Ете ҡыҙ» фонтанында, Салауат Юлаев һәйкәле янында булып, Күҙәтеү тәгәрмәсендә Өфөнөң гүзәллеген өҫтән күреп, Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөп ҡайттылар.

Ауылдарында ла тәбиғәт бик матур. Бергәләп Ҡыҙыл йылғаһына һыу инергә йөрөгәндәр. Әлбиттә, ғаиләлә балалар эшкә лә өйрәнеп үҫә. Ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен ашатыу Сынбулат менән Айнагөл иңендә. Йәшелсәләргә, сәскәләргә һыу һибеү, сүп утау кеүек эштәр ҙә бергәләп башҡарыла. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, компот, емеш-еләк йыйып туңдырыуҙа ла балалар ҡатнаша.

Һәр кемдең яратҡан шөғөлө бар. Сынбулатҡа конструктор төҙөү, һүрәт төшөрөү  оҡшай. Яратҡан дәрестәре – математика, рәсем. Ә Айнагөл инде бейеүгә мөкиббән. Уны ата-әсәһе аҙнаһына ике тапҡыр 17 километр алыҫлыҡта ятҡан Асҡарға репетицияларға йөрөтә. «Алтынай» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнә ҡыҙ, етәксеһе – Ләлә Дамир ҡыҙы Еникеева. Айнагөл яңғыҙ ҙа бейей. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа I, II урындарҙы яулай. Киләсәктә етәксеһе Ләлә Дамир ҡыҙы кеүек балаларҙы бейеүгә өйрәтергә хыяллана. Миңлегөл дә апаһынан күрмәксе бейергә өйрәнеп алған. 

Айнагөл тағы сәйләндән биҙәүестәр эшләргә оҫта. Әсәнән күргән - тун бескән, атанан күргән - уҡ юнған, тиҙәр бит. Атайҙары ла, әчәйҙәре лә оҫта ҡуллы. Әхмәт Әхәт улының да ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ: ағас эшеме, иретеп йәбештереү, мейес сығарыу, тиһеңме... Сынбулат, әлбиттә, һәр саҡ атаһы янында хеҙмәткә өйрәнә.  

Тахаувтарҙың әүҙемлеге һоҡландыра. Балалары ла төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға өйрәнеп бөткән. Бергәләп тотонғас, еңеү ҙә көттөрмәй. Ә төрлө байрамдарға тура килгән бөтә костюмдарҙы Сулпан Рәмил ҡыҙы үҙе тегә. Һәр датаға фотосессия эшләйҙәр. Яңы йылға йорттарын, тәҙрәләрен биҙәү буйынса районда уларға етеүсе һирәктер.

Тағы ике өләсәйле булып, улар тәрбиәһен дә күреп үҫеүҙәре менән бәхетле был ғаилә балалары. 

Сулпан һәм Әхмәт Тахаувтарға, афарин, тибеҙ, күптәргә үрнәк булырлыҡ атай менән әсәй улар.  

Фотолар ғаилә архивынан.

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас