

Шунан бергәләп тәмлекәстәр менән сәй эсәбеҙ. Уларҙың бешергән аштары, бәлештәре бик тәмле була. Миңзәлә ҡартәсәйем ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар тота. Йәйгеһен уға йылҡы малы эшендә ярҙамлашам. Ул ҡымыҙ бешә. Ә ҡымыҙы һуң! Телеңде йоторлоҡ!
Беҙгә ныҡ күңелле, улар – беҙҙең ҡояшыбыҙ!
Оло Фәүзиә ҡартәсәйем менән Миңзәлә ҡартәсәйемде Ололар көнө менән ихлас ҡотлайым. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйем!
Ирхан Таһиров, V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Аҡморон мәктәбе.