+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
15 Октябрь 2023, 10:00

Атайым менән ғорурланам

Аталы бала – арҡалы бала, тиелә халыҡ мәҡәлендә. Эйе, иркәләнергә – әсәй, арҡаланырға атай булһын ул.

Атайым менән ғорурланамАтайым менән ғорурланам
Атайым менән ғорурланам

Мин дә үҙемдең атайым Илфат Рим улы менән таныштырып үтергә теләйем. Ул Баймаҡта тыуып үҫкән. Тыуған еремдә кәрәкмен тип алыҫ яҡтарға китмәгән, ошонда әсәйем менән донъя ҡорған. Һеңлем менән икебеҙгә бик хәстәрлекле атай, туғандарына терәк, ҡартатай-ҡартәсәйемә таяныс булып тора. Шуға уны ихтирам итәләр, яраталар.

Атайымдың ҡулдары алтын – белмәгән эше юҡ. Ағас менән эш итһенме, иретеп йәбештерһенме, боҙолған техниканы йүнәтһенме – барыһын да “һә” тигәнсе урынына еткереп эшләп ҡуя. Атайым – рудникта инженер, тығыҙ эш режимына ҡарамаҫтан, беҙгә лә ваҡытын бүлә. Төрлө уйындар уйнайбыҙ, дәресебеҙҙе әҙерләшә, ял итергә алып йөрөй. Атайым менән ғорурланабыҙ!

 

Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА, IX синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас