+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
23 Октябрь 2023, 09:30

Бөтәһе лә уғатарҙар бит әле!

Уҡ атыу бәйгеләре һуңғы йылдарҙа йыш ойошторола. Ҡатнашыусылар бер-береһен танып бөткән инде. Дуҫлашып та алғандар бар. Ә уҡ атырға ғаилә менән йөрөүселәр күбәйеүе бигерәк ҡыуаныслы. Шуларҙың береһе – Учалы районы Уральск ҡасабаһынан ҮҘӘНБАЕВТАР. Дүрт балалы татыу ғаилә менән ярыштарҙың береһендә таныштым.

Бөтәһе лә уғатарҙар бит әле!Бөтәһе лә уғатарҙар бит әле!
Бөтәһе лә уғатарҙар бит әле!

Байрамғол һылыуы Гүзәлиә Белорет районы Шығай ауылы егете Илназ менән «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә килгәс таныша. Хәйер, улар икеһе лә төрлө йылдарҙа Учалы музыка училищеһын тамамлаған була. Күпмелер ваҡыттан Илназ Камил улы ансамблгә ҡурайсы итеп алына. Матур ғаилә тарихы ошонан баш ала ла инде.
«Үҙем һеңлем менән икәү генә үҫкәс, ҙур ғаилә хаҡында хыялландым», – ти Гүзәлиә Сәйәр ҡыҙы. Әле бына өс малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй­ҙәр. Иң ҙур­ҙары Илгизәр VIII «А» синыфында белем ала. Туп тибергә ярата, мәктәптең футбол ко­мандаһы менән ярыштарға йөрөп кенә тора. Динислам менән Нурислам – игеҙәктәр, V «Б» синыфы уҡыу­сылары. «Ирәмәл» балалар ижады үҙәгендә бейеү менән шөғөлләнәләр. Динислам йырға, нәфис һүҙгә маһир. Быйыл Әхәт Мортазин иҫтәлегенә үткән «Диктор тауышы» бәйгеһендә махсус дипломға лайыҡ бул­ған. Төпсөктәре Йәзилә II «А» синыфында уҡый. Ул йырлай ҙа, бейей ҙә, ағалары һымаҡ, шахмат менән дә мауыға. Уртансы ағаһы менән йыш ҡына шиғыр-әкиәт һөйләү бәйгелә­рендә ҡатнашалар. Йәзилә үҙе яҙын үткән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район конкурсында призлы урын яулаған. Уҡыу­ҙарына килгәндә, һәр береһенең көндәлеген «дүртле» һәм «бишле» билдәләре генә би­ҙәй.
Ә шулай ҙа Үҙәнбаевтарҙың иң яратҡан шөғөлө – уҡ атыу. Алты йыл элек ғаилә башлығы ҡасабала үткәрелгән оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша. Оҡшап ҡала, өйрәнеп алып, яйлап ярыштарға йөрөй башлай, балаларын, хәләл ефетен дә ылыҡтыра. Ул ғына түгел, Илназ Камил улы үҙе икенсе йыл Уральскиҙа уҡсылар түңәрәген етәкләй. 15-ләп бала ихлас шөғөлләнә унда, республика ярыштарында ла ҡатнашалар.
Призлы урындар йыш ала Үҙәнбаевтар. Иң мөһиме – балалар үҙ теләге менән милли шөғөлөбөҙгә ынтыла. Йәзилә, ағаларынан күреп, ҡасан мин дә уҡ ата башлайым инде, тип йөрөр булған. Янға көсө етә башлағас, Белорет районы Йөйәк ауылында үткән ярыш­ҡа алып барғандар. Алты йәшлек ҡыҙыҡай «Иң йәш уҡ атыу­сы» исемен яулап ҡайтҡан.
Илназ Камил улы мәҙәниәт йортонда тауыш операторы булып эшләй. Гүзәлиә Сәйәр ҡыҙы инде 15 йыл ансамблдә бейей. Гастролдәр менән Рәсәйҙең күп төбәктәрендә, сит илдәрҙән Америка, Франция, Испания, Италияла булған. Тығыҙ эш графигына ҡарамай, бар иғтибарын балаларын дөрөҫ тәрбиәләүгә бүлә Үҙәнбаевтар. Башҡортса һөйләшеү, милли йолаларыбыҙҙы өйрәнеү, белеү мотлаҡ был ғаиләлә. Малайҙар – йорт-ҡу­ра тирәһендә атайға, ҡыҙҙары аш-һыу бүлмәһендә әсәйгә ярҙам итергә тейеш. Ваҡытты бергәләп үткәрәләр, күңелле итеп тыуған көндәрҙе билдәләйҙәр. Смартфонда балалар үҙҙәре лә ултыра һалып бармай. Унан башҡа ҡыҙыҡлы шөғөлдәр ҙә, ана бит, әллә күпме!

Бөтәһе лә уғатарҙар бит әле!
Бөтәһе лә уғатарҙар бит әле!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас