

Минең өләсәйем Фнүнә Ризалетдин ҡыҙы 1952 йылда Илеш районының Ишҡар ауылында биш балалы ғаиләлә донъяға килә. Уҡыуҙы тамамлау менән үҙе башланғыс синыф уҡыусыларына белем бирә башлай. Ситтән тороп Алабуға дәүләт педагогия институтын тамамлай. Дүрт йыл райондың мәғариф бүлегендә, һуңынан Үрге Йәркәйҙең 1-се һәм 4-се урта мәктәптәрендә эшләп хаҡлы ялға сыға. 40 йыл уҡытып, хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Өләсәйем – Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы ла.
Олатайым Альберт Кәшфразый улы менән бик матур тормош юлы үтеп, атайым Ниязға ғүмер биреп, башлы-күҙле иткәндәр. Беҙ ғаиләбеҙ менән үҙ аллы мул, матур тормошта йәшәйбеҙ.
Өләсәйем минең уҡыуым менән ҡыҙыҡһынып тора. Кәрәк икән, ярҙам да итә. «Белемде дәрестә үҙләштерегеҙ, үҙ аллы эшләргә өйрәнегеҙ, кешегә һалышмағыҙ», – тип өйрәтә. Мин «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшәм, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып алған грамоталарым күп. Уңыштарымда өләсәйемдең дә өлөшө бар.
Надим НУРҒӘЛИЕВ, VI синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 4-се урта мәктәп.