

Иң бәләкәстәре Ынйыға бер йәш тә тулмаған әле. Гөлназ һәм Айнур Ҡорманаевтар ҙур ғаилә тураһында хыялланған булған. Балаларын бәләкәйҙән эшкә һәм тәртипкә өйрәтеп үҫтерәләр. Улдары спорт менән дуҫ. Төрлө ярыштарҙан алып ҡайтҡан миҙалдарын ғорурланып йыйып баралар.
Гөлназ Ҡорманаева әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та билдәле. Һоҡланғыс ғаилә, күҙ теймәһен!