

Ғаилә башлығы Заһит Наил улы Ғәбитов – Әбйәлил районы Асҡар мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, шунда эшләп килгән «Етегән» төркөмөнөң солисы ла. Ҡатыны Гөлназ Вәли ҡыҙы – ошо уҡ мәҙәниәт йортоноң «Йәшлек» ансамблендә бейеүсе һәм «Йәйғор» балалар бейеү ансамбленең етәксеһе. Әлеге мәлдә ул декрет ялында. 2 йәшлек улдары Динислам менән Нурисламды үҫтерә. Ә ҡыҙҙары Эльвина Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында XI синыфта белем ала.
– Гөлназ ханым, күркәм ғаиләгеҙ тураһында тулыраҡ һөйләгеҙ әле.
– Беҙ тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәҙәниәт техникумын тамамланыҡ. Заһит – хор дирижёры, ә үҙем – бейеү бүлеген. Заһитты бала саҡтан белә инем. Ул «Етегән» төркөмөндә йырлай торғайны. Шунан инде Сибай гимназияһына апайыма барған саҡта яҡындан таныштыҡ. Ул IX синыфта уҡый ине. Артабан Стәрлегә үҙем һуңғы курсҡа барҙым, ә Заһит шунда уҡырға инде. Студент саҡта дуҫтарса ғына аралаштыҡ. Аҙаҡ ҡына Асҡарға эшкә килгәс, бер-беребеҙгә ҡыҙыҡһыныу уянып китте. Шунда аңланым Хоҙайҙан һорап алған бәхетем икәнен. Аллаға шөкөр, әле бер-беребеҙҙе аңлап, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышабыҙ.
– Белеүемсә, һеҙ икегеҙ ҙә йыр-моңға маһир нәҫелдән?
– Ҡайным Наил Ғәзизйән улы ғүмер буйы шофёр булып эшләгән. Ҡәйнәм менән 4 балаға тәрбиә биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүм инде. Бик аҡыллы, һәйбәт кеше ине. Ҡәйнәм Сәүҙә Моратша ҡыҙы хаҡлы ялға тиклем ауыл советында бухгалтер йөгөн тартты. Үҙе шул тиклем алсаҡ, ихлас, дәртле ул. Әлеге мәлдә ауылда ағинәй. Сәхнәләрҙә хорҙа йырлап, инструменталь ансамблдә мандолинала уйнай. Был һөнәрен балаларына ла өйрәтә.
Ә минең атайым Вәли Үҙәнбаев – бейеүселәр тоҡомонан. Атауҙыла ғүмер буйы совхозда эшләне. Ауылда оҫта баянсыларҙың, бейеүселәрҙең күп булыуында ла уның роле бик ҙур, тип уйлайым. Ҡустыһы Зәкир ағайҙың өс улы һәм беҙҙең дүрт баланан торған ғаилә ансамбле булды. 2018 йылда бергәләшеп «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында ҡатнаштыҡ. Шунда Гран-при яулағайныҡ. Әле лә атайым баянын ҡулына алыуы була, беҙҙең игеҙәк улдарыбыҙ янынан китмәй. Уларға ныҡ оҡшай инде. Әсәйем – Мөршиҙә Рәшит ҡыҙы. Ул да бик моңло йырлай һәм гармунда өҙҙөрөп уйнай.
– Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашаһығыҙ икән.
– Ғаиләбеҙ менән республика буйынса үткәрелгән «Шәжәрә байрамы – 2019» бәйгеһендә Тәтешле районында Гран-при алғайныҡ. Шулай уҡ 2020 – 2021 йылдарҙа «Ҡурай даны» милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһында бүләкләндек.
– Ҡыҙығыҙ Эльвина ла бар яҡтан һәләтле, әүҙем уҡыусы, тиҙәр.
– Ул әле Өфөлә тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә тырышып уҡып йөрөй. Ҡыҙыбыҙ VI синыфҡа тиклем Асҡарҙа Таһир Күсимов исемендәге гимназияла белем алды. Шунда уҡ район буйынса төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып йөрөнө. Үҙебеҙҙәге «Гүзәлкәй – 2013» һәм республика «Байыҡ – 2014» телевизион бейеү конкурстарында дуэт бейеү менән Гран-при яулағайны. «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара ярышында II урын алып ҡыуанды. Әле лә бар ерҙә әүҙемлек күрһәтә. Интернат-гимназиялағы «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленең солисткаһы һәм старостаһы. Шулай уҡ былтыр гимназияла уҙғарылған «Йөрәк һүҙе»ндә – I урын, ә быйыл «Гимназия һылыуҡайы – 2023» бәйгеһендә Гран-при алды.
– Афариндар, ошондай уңыштарҙың сере нимәлә, Гөлназ ханым?
– Барыһы ла ғаиләнән килә, тип уйлайым. Әле оҙаҡ көттөрөп, Хоҙайҙан һорап алған улдарыбыҙ Динислам менән Нурислам балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Беҙ уларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә тейешбеҙ. Атайыбыҙ: «Балаға дөрөҫ тәрбиә бирергә теләһәң, иң тәүҙә үҙеңдән башла», – тип әйтергә ярата. Шуға ла улар өсөн үрнәк булырға тырышабыҙ. Ҡыҙымды тәрбиәгә, өй эштәренә үҙем өйрәтһәм, улдарымды – Заһит. Балаларҙың атаһы ниндәй генә эш менән булышһа ла, гел улдарыбыҙ Динислам менән Нурисламды ҡуша йөрөтә, күрһәтә, өйрәтә. Шулай уҡ ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағына сәйәхәткә сығырға яратабыҙ. Шунда балаларыбыҙға тәбиғәтебеҙ, һыу, тауҙарыбыҙҙың ҡәҙерен белергә кәрәк, тип аңлатабыҙ.
Ә бит халҡыбыҙҙың, еребеҙҙең киләсәге үҙебеҙҙән тора. Әгәр балаларыбыҙ үҙҙәре ғаилә ҡороп, улдарын, ҡыҙҙарын милли рухта үҫтерһә, шунда ғына халҡыбыҙҙы, еребеҙҙе, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Балалар беҙҙе түгел, беҙ уларҙы тәрбиәләргә тейеш. Шуға ла төрлө бәйгелә ҡатнашып, үҙебеҙҙе үҫтерәбеҙ, көсөбөҙҙө һынайбыҙ һәм халҡыбыҙға танытабыҙ.
– Тағы ниндәй үҙенсәлекле тәрбиә ысулдарығыҙ бар?
– Тыуғандан алып һәр бер баланың ғүмерендә иң ҙур ролде ата-әсәһе уйнай, тип иҫәпләйем. Мине лә матур итеп шиғыр һөйләргә, бейергә, сәхнәлә үҙемде тоторға һәм башҡа кәрәкле һөнәрҙәргә атай-әсәйем өйрәтте. Һәр бер еңеүем тик уларҙан килә, улар беҙгә – терәк һәм ҙур өлгө бит.
Мин, башҡорт ҡатыны булараҡ, тормош иптәшемде ниндәй эштәр башлаһа ла, гел аңлап, хуплап ҡына торам. Балаларыбыҙҙы ла уны ихтирам итергә өйрәтәм. Ниндәй генә һорау тыуһа ла, атайығыҙ ни әйтер, тип үҙем генә хәл итмәйем. Барыһын бергәләп, кәңәшләшеп эшләргә күнеккәнбеҙ. Ә тормош иптәшем Заһит миңә ҡарата ла, балаларға ҡарата ла ихтирамлы, ярҙамсыл. Күҙгә ҡарап ҡына тора. Ҡайным менән ҡәйнәмә рәхмәт. Шундай тәрбиәле һәм ышаныслы ул үҫтергәндәр. Һәм дә яҙмышыма, Хоҙай Тәғәләбеҙгә рәхмәт, Заһитты осратып, әлегеләй ғаилә ҡорғаныбыҙға.
Бына ошо инде беҙҙең балаларҙы тәрбиәләү ысулдары.
– Рәхмәт һеҙгә, Гөлназ Вәли ҡыҙы, өлгөлө ғаиләгеҙгә һаулыҡ, ҡот-бәрәкәт һәм дә тыныслыҡ теләйбеҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА
әңгәмәләште.