

Мәҫәлән, нимәнелер эшләргә (алырға, тоторға, менергә) "ярамай" тип әйтәһегеҙ икән, тимәк, ярамай! Быны баланың яҡшы төшөнөүе мотлаҡ. Әгәр иртән ярамай тип тыяһығыҙ, әммә төшкөлөккә рөхсәт итәһегеҙ икән, "барыбер рөхсәт итәсәктәр, барыбер минеңсә буласаҡ", тип бала мейеһенә һалып та ҡуясаҡ һәм быны аҙаҡ оҫта ҡулланасаҡ, тыңламаясаҡ, үҙенсә эшләйәсәк.
Йә әсәй "ярамай" тип тыя, әммә атай кеше эштән ҡайтҡас, "ярай, бөгөн бер тапҡыр ғына мөмкин", тип рөхсәт итә икән, беренсенән, бала кемгә ышанырға белмәйәсәк, икенсенән, гел рөхсәт иткән атай яҡшы, тыйған әсәй алама булып ҡабул ителәсәк. Әсәй тыйған һайын, рөхсәт һорап атаһына йүгереп барасаҡ, ошаҡлашасаҡ, илаясаҡ, инәләсәк, алдаштырасаҡ, әммә атаһын барыбер күндерәсәк. Сөнки бер йомшаҡлыҡ күрһәткәс, икенсе тапҡыр ҙа шулай буласаҡ. Атай кеше, "мин рөхсәт итәм, мин шәп", тип маһайырға мөмкин, әммә бының менән балаға насар ғына эшләгәнен аңламауы бар.
Атай балаһы менән ҡаты һөйләшкән саҡта әсәй кеше балаһын яҡлап ҡыҫылған саҡта ла шундай хәл буласаҡ... Бер мәсьәләгә төрлөсә ҡараған ғаиләлә бала төплө фекерле, ышаныслы булып үҫә алмаясаҡ. Иң яҡшыһы – берегеҙ әйткәндә, икенсегеҙ ҡыҫылмаҫҡа.
Ғаилә эсендәге талаптар менән өләсәй һәм олатайҙы ла таныштырыу мотлаҡ. Юҡһа, йыш ҡына улар ейән-ейәнсәрҙәрен яҡлап сыға, иркәләйем тип үҙе лә аңламайынса шаштырып ташлай. Йәнә лә әллә нисә бала үҫтереү тәжрибәһенә һылтанып, һин нимә беләһең тигәндәй, ҡыҙ-улына бала-сағаға ҡараған кеүек ҡарарға ла тырыша, йәш әсәйҙе тыңламай, үҙенсә эшләй. Ә бала алдына ҡуйылған, әлегә тиклем үтәлеп килгән талаптар үтәлергә тейеш...
Сығанаҡ һәм фото: Балалар психологияһы/ Гөлнара МОСТАФИНА