+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
15 Декабрь 2023, 04:02

Биш ул һәм алты ҡыҙ үҫтерәләр

Дәүләкән ҡалаһынан Ҡорманаевтар ғаиләһе – республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙә иң матур ғаиләләрҙең береһе. Яңыраҡ Гөлназ Фаил ҡыҙына Президент Владимир Путин указы менән «Герой-әсә» исеме бирелде.

Биш ул һәм алты ҡыҙ үҫтерәләрБиш ул һәм алты ҡыҙ үҫтерәләр
Биш ул һәм алты ҡыҙ үҫтерәләр

Ә 2021 йылда Ҡорманаевтар «Ата-әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булғайны. 

Гөлназ Фаил ҡыҙы һәм Айнур Яҡуп улы 11 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. 2003 йылда барлыҡҡа килгән татыу ғаиләләрендә  – биш ул һәм алты ҡыҙ. 

 – Уларҙың Һәр береһе үҙенсәлекле, һәр береһенең үҙ холҡо, үҙенең яратҡан шөғөлө бар. Беҙгә балаларыбыҙҙы тәрбиәләү, һәр береһенең һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү бик оҡшай. Атай-әсәй булараҡ, уларҙың һәләттәрен тулыһынса асыу – беҙҙең бурысыбыҙ, – ти Гөлназ Фаил ҡыҙы.

Баш балалары Нурфаязға – 20 йәш, ул Өфө фән һәм технологиялар университетының физика-математика институтында III курста уҡый. «Өфө» футбол клубы сығарылыусыһы. Әле лә уны ташламай, район, республика ярыштарында ҡатнаша, I үҫмерҙәр разрядына эйә

18 йәшлек  Алһыу быйыл мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, шул уҡ университетҡа уҡырға ингән. Оҫта шашкасы,  баскетбол, футбол менән шөғөлләнә. Республика ярыштарында призлы урындар ала. 17 йәшлек Аэлита фәнни эҙләнеү эштәре менән шөғөлләнә. Театр түңәрәгенә йөрөй. Ә 15 йәшлек Аделина спорт гимнастикаһы буйынса икенсе үҫмерҙәр разрядына эйә. Баскетбол буйынса район, республика ярыштарында ҡатнашып йөрөй.

Ғаиләләге бөтә балалар кеүек 13 йәшлек Динияр ҙа спорт, футбол ярата. Ата-әсәһе менән «Минең спорт ғаиләһе»  конкурсында еңеүсе булғандар. «Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе» тигән ярышта ла һынатмағандар.

Артурға – 10, Исламға  9 йәш. Икеһе лә самбо менән шөғөлләнә. Призлы  урындар алалар. Бәләкәйҙән «Кескәйҙәр чемпионаты»,  «Карапуздар, алға!» кеүек ярыштарҙа ҡатнашалар.  7 һәм 5 йәшлек Виктория менән Самираны ла әленән үк спортҡа ылыҡтыра ата-әсәһе. Иң кеселәре 2 йәшлек Богдан менән 8 айлыҡ ҡына Ынйы ла апай-ағайҙарынан үрнәк алып үҫер, Алла бирһә.

     Ҡорманаевтарҙың ғаилә архивында әллә нисә тиҫтә грамота һәм дипломдар, миҙалдар һаҡлана.

    –  Балаларыбыҙға һәр яҡлап өлгө күрһәтергә теләйбеҙ. Бер-беребеҙҙе тыңлап, хөрмәт итеп йәшәргә тырышабыҙ. Беребеҙ ҙә эштән ҡурҡып тормай, өйҙә, кемдең ваҡыты бар, шул ярҙам итә. Йәйҙәрен велосипедта йөрөргә, сәйәхәткә сығырға яратабыҙ. Ҡышҡыһын балалар катокта конькиҙа йөрөй. Тыуған көндәрҙә, байрамдарҙа бергә йыйылабыҙ. Ял көндәрендә яратып әҙерләгән ризығыбыҙ – бәлеш, манты, –  ти Гөлназ Ҡорманаева.

 Күп балалы әсә үҙе лә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. «Нурсолтан» ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау үҙәген, район ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы эксперт составында ла тора. Республика ата-әсәләр советы ағзаһы. Барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Берәй сараға барырға тура килгәндә өй мәшәҡәттәрен тормош иптәшенә, әсәһенә тапшырып тора.  Һоҡланғыс ғаилә – Ҡорманаевтарға киләсәктә лә бәхет, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.

2024 йылды Владимир Путин Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был беренсегә түгел, 2008 йылда Рәсәйҙә, 2018 йылда Башҡортостанда Ғаилә йылы булғайны. Алдағы йылда ла ғаилә институтының абруйын күтәреүгә, ғаиләләргә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленер, Алла бирһә.

             

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Биш ул һәм алты ҡыҙ үҫтерәләр
Биш ул һәм алты ҡыҙ үҫтерәләр
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас