+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ғаилә усағы
1 Ғинуар 2024, 08:00

Ете бала - ете бәхет

2024 йыл Президент Владимир Путин тәҡдиме менән Ғаилә йылы тип иғлан ителде.

Ете бала - ете бәхетЕте бала - ете бәхет
Ете бала - ете бәхет

Быға тиклем дә Рәсәйҙә – 2008, Башҡортостанда 2018 йыл Ғаилә йылы булғайны. Быйыл да илебеҙҙә ғаилә институтының абруйын күтәреүгә, ғаиләләргә ярҙам итеүгә күберәк иғтибар бүленер.
Аллаға шөкөр, республикабыҙҙа ишле, матур ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Рәсимә һәм Илнур Искужиндар ғаиләһе. Ете балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерә улар. Үҙҙәре дин юлында булғас, ҙурыраҡ ҡыҙҙары һәм улдары ла – намаҙҙа. Мал тотоп, йәшелсә-емеш үҫтереп, тырышып донъя көтәләр. Ғаилә башлығы әлеге ваҡытта – махсус хәрби операция биләмәһендә. Ныҡлы уйлап, үҙенең теләге менән киткән унда.
Өлкән ҡыҙҙары Эльвина IX синыфтан һуң Аҡъярҙағы Исмәғил Тасимов исемендәге Тау колледжына уҡырға ингән. Әүҙем, тырыш ҡыҙҙы төркөмдөң старостаһы итеп һайлап ҡуйғандар.
– Беренсе ярҙамсым Эльвина инде. Баш бала бит, уң ҡулым кеүек. VIII синыфта уҡыған Инсаф улыбыҙ атаһы өйҙә булмағас, мал ҡарауҙы – һыйырҙы эсереү, бесән һалыу кеүек эштәрҙе үҙе башҡара. Спорт ярата, бокс менән ҡыҙыҡһына. Камила – бишенселә, Мәҙинә өсөнсөлә уҡый. Камила ҡыйыу ҡыҙыҡай, һүрәт төшөрөргә, төрлө видеоконкурстарҙа ҡатнашырға ярата. Мәҙинә лә тырыш, тыныс ҡына холоҡло. Сымдан төрлө бәләкәй генә фигуралар яһарға әүәҫ. Бөтә балалар ҙа Аҡъярҙа ошо уҡыу йылында асылған полилингваль гимназияла белем ала, – тип таныштыра Рәсимә ханым.
Ғаиләлә тағы 5 йәшлек Абдурахман, 3 йәшлек Сөләймән, 1 йәшлек Амалия исемле бәләкәстәр үҫә. Бына шундай матур ғына ишле ғаиләлә өлкәндәре кеселәрен ҡарашып, бер-береһенә ярҙамлашып донъя көтөп яталар. Һыйыр тотҡас, һыйҙары ла күп: үҙҙәренең һөтө, ҡаймағы, ҡатығы, ҡорото. Эльвина һыйыр ҙа һауа, май ҙа бешә. Хәйбуллала үткән “Ҡорот-фест»та ҡатнашып, үҙҙәре эшләгән ҡорот менән күргәҙмәгә сыҡҡандар.
Күмәкләп бишбармаҡ, манты, билмән бешереп ашарға яраталар. Мосолмандарҙың иң ҙур байрамдары Ураҙа, Ҡорбан байрамдарын көтөп алалар.
Әсәйҙәре әле бәләкәй балалары менән өйҙә ултырһа ла төрлө оҫталыҡ дәрестәре алып, үҙе лә яңы һөнәрҙәргә өйрәнә. Емеш-еләктән бик матур букеттар эшләй. Ғаилә башлығы менән телефон аша хәбәрләшеп торалар.
Был көндәрҙә бөтә ғаиләләрҙең, бөтә ил халҡының теләге берҙер: тиҙерәк Ер шарында тыныслыҡ урынлашһын һәм бар кешеләр үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәһен.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас