Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) беҙҙең республиканың да стенды эшләйәсәк. Форум 23 ғинуарға тиклем дауам итә.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, "Ғаилә" үҙәктәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Башҡорт шәле, кейеҙ баҫыу, туҡыусылыҡ буйынса тематик көндәр буласаҡ. Теләүселәр кейеҙҙән үҙҙәре әйберҙәр эшләп ҡарай аласаҡ. Мотлаҡ башҡорт ғаиләләренең ғорурлығы булған шәжәрә тураһында ла һөйләйәсәктәр.