Ҡулдары алтын, әле лә тик ултырмай. Шәлдәре йомшаҡ, селтәрле, кешеләр һоҡлана. Өләсәйем уларҙы һатып аҡса ла эшләгән. Ғаиләһенә ҙур ярҙам булған.
Ырымбур шәлдәре бик юғары баһалана. Уларҙың даны донъяға билдәле. Ырымбур оҫталары тураһында йырҙар ҙа бар.
Өләсәйем әсәйемә үҙе бәйләгән шәлде бүләк итте. Уны ҡәҙерләп һаҡлай.
Ҡәҙерлем йәштәргә шәл бәйләү серҙәрен өйрәтә. Минең дә был һөнәргә өйрәнгем килә. Был эш бик маҡтаулы һәм кәрәкле, тип уйлайым.
– Һөнәрле кеше – бик бәхетле кеше, – ти ул.
Шәлдәрен бөтә күңел йылыһын һалып бәйләгәс, эштәре зауыҡлы, матур килеп сыға. Рәхмәт һиңә, өләсәй! Үҙеңә һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйем. Һин бәйләгән шәлдәр кешеләрҙе йылытһын, ҡыуандырһын.
Камилла НУРИХАНОВА,
VI «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге
136-сы башҡорт лицейы.