+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
24 Ғинуар 2024, 05:00

Ниндәй саралар уҙасаҡ?

Илебеҙ Президенты 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был тәүге тапҡыр түгел, 2008 йыл да ошо исем менән үткәйне. Ә Башҡортостанда 2018 ҙә Ғаилә йылы булды. Тимәк, ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға тағы бер аҙым яһаласаҡ.

Ниндәй саралар уҙасаҡ?Ниндәй саралар уҙасаҡ?
Ниндәй саралар уҙасаҡ?

Әлбиттә, бының өсөн төрлө саралар үткәреү ҡарала. Күп балалы ғаиләләрҙе тәбрикләү, Әсә көнө, Атай көнөн уҙғарыу, форумдар, конкурстар...
Төбәгебеҙҙә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы уңышлы эшләп килә. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу, ата-әсәләргә, балаларға ярҙам итеү йәһәтенән бик кәрәкле дәүләт органы ул. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, ыңғай үҙгәрештәр шатландыра. Һуңғы ун йыл эсендә күп балалы ғаиләләр һаны 27,4 процентҡа артҡан – 59 мең тәшкил итә. Волга буйы федераль округында был күрһәткес буйынса беренсе урында киләбеҙ. Тыуыу кимәле илдәге урта күрһәткестән юғарыраҡ. 230 меңдән ашыу ғаилә төрлө льготалар менән ҡуллана. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә генә 40-лап төр ярҙам күрһәтелә!
Дүрт йыл эсендә 48 балалар баҡсаһы, 42 мәктәп төҙөлгән. Сөнки, Владимир Путин әйтмешләй, Рәсәйҙә хәҙер күп балалы булыу – модала. Әлеге көндә 60 ғаиләлә 10 һәм унан да күберәк бала үҫә. Башлығыбыҙ Радий Хәбиров та күп балалы бит: дүртәүҙе тәрбиәләй.
«Әсәлек даны», «Атай ҡаһарманлығы» миҙалдары менән бүләкләнеүселәр етерлек. Йыл һайын бергә йәшәүҙәренә 30, 40, 50, 75 йыл тулған парҙар билдәләнә. Уларға ла республика етәксеһе бүләктәр тапшыра.
Тәүге сараларға килгәндә, Баш­ҡортостанда Яңы йыл ғаилә уйындары үтте лә инде. Әле «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Мәскәүҙә иһә 19 – 23 ғинуарҙа форум уҙа, Башҡортостан командаһы яҡшы әҙерләнгән: оҫталыҡ дәрестәре, династиялар бәйгеһе, шәжәрәләр менән таныштырыу, туғандарҙы эҙләп табыу мөмкинлеге биргән акция буласаҡ.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас