+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
24 Ғинуар 2024, 11:00

Ҡышҡы каникулым

Түҙемһеҙләнеп көтөп алған ҡышҡы каникулыбыҙ үтеп тә китте. Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә бик күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булып өлгөрҙө.

Ҡышҡы каникулымҠышҡы каникулым
Ҡышҡы каникулым

Мин икенсе сиректе гел «бишле» билдәләренә генә тамамланым. Яңы йыл хөрмәтенә лицейыбыҙҙа күңелле байрам һәм дискотека үтте. Аҙаҡ үҙемде ҡаланың һәләтле балалар өсөн ойошторолған Яңы йыл кисәһенә саҡырҙылар. Унда ҡыҙыҡ спектакль күрһәттеләр, аҙаҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тәмле приздар таратты. Бик күңелле булды.
Каникулдың тәүге көнөндә үк миңә «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе исеме бирелеүе тураһында яңылыҡ килеп етте. Быға бик ныҡ ҡыуандым, шатлығымдың иге-сиге булманы.
Байрамға Ынйыҡай апайым да ҡайтып төштө. Өйҙә тағы ла күңеллерәк булып китте. Бергәләп Яңы йыл ҡаршыланыҡ. Каникулда башҡортса концерттар – «Башҡорт йыры»ның, «Юлдаш хит»тың телевизорҙан күрһәтелгән төрлө йылдарҙағы сығарылыштарын, фильмдар ҡараныҡ.
Шулай итеп, бер нисә көн үтеп тә китте. Оҙаҡламай беҙ өләсәйҙең хәлен белеп килергә булдыҡ. Көн буранларға торһа ла, барыбер юлға сыҡтыҡ. Тирә-яҡ ап-аҡ, шундай аҡлыҡ, сафлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Ҡалын юрған ябынып, ҡышҡы йоҡоға талған тәбиғәткә һоҡланып бара торғас, оҙон юл һиҙелмәне лә. Ауыл эсендә ҡарланып, биттәре өшөп алһыуланған балалар өйҙәренә күңелдәре булып, ҡабаланмай ғына ҡайтып бара. Наил олатай менән Әлфиә инәй ҡапҡаны шар асып көтөп торалар ине. Өләсәйгә уҡыуҙағы уңыштарымды һөйләнем. Өйҙә тағы Наилә апай менән Айҙар ағай ҙа каникулға сығып ял итәләр икән.
Бер нисә көндән апайымдың дуҫтары менән «Бремен музыканттары» тигән фильмға барҙыҡ. Йәнһүрәттең кино варианты миңә нығыраҡ оҡшаны. Фильм матур йырҙар менән оҙатылып барҙы. Ул бөткәс, тыштағы майҙансыҡта рәхәтләнеп иҫтәлеккә фотоға төштөк. Тирә-яҡҡа боҙҙан төрлө йәнһүрәт геройҙарының һындары ҡуйылған, матур ғына итеп ҡәлғә төҙөлгән. Ә ҡап уртала Яңы йылдың төп атрибуты – зауыҡлы итеп биҙәлгән шыршы тора.
Ынйыҡай апайҙың әхирәттәре менән бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөштөк, яңылыҡтар менән бүлештек, бүләктәр бирештек, төрлө өҫтәл уйындары уйнаныҡ.
Каникулда әсәйгә лә ярҙамлаштыҡ: бергәләп ҡаҙы тултырҙыҡ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Әҙ генә ваҡыт эсендә был ярайһы мәшәҡәтле эште атҡарып та ҡуйҙыҡ.
Хәҙер инде көс тупланыҡ, яңы сиректе яҡшы кәйеф менән башлап та ебәрҙек.


Алтынай АҠМАНОВА, йәш хәбәрсе.
Сибай ҡалаһы,
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге
башҡорт лицейы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас