Мин – дүртенсе ҡыҙҙары. Әсәйем – тырыш, уңған кеше. Уның бешергән аш-һыуҙары телеңде йоторлоҡ! Шулай уҡ кешеләрҙең һорауы буйынса ла, байрамдарға, туйҙарға, аят ашына бик тәмле бәлештәр бешерә. Үҙем дә унан өйрәнергә тырышам. Ял көндәрендә, буш ваҡытым булыу менән, аш-һыу бүлмәһендә уға ярҙамлашам.
Әсәй, оҙаҡ йәшә! Һин беҙгә бик кәрәк! Үҙеңде ныҡ яратабыҙ.
Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, II синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.