Шундай уңған, аҡыллы, тырыш кеше үҙе. Әсәйем менән өс малай тәрбиәләйҙәр. Риназ IV синыфта уҡыһа, Алмаз ҡустым II синыфта белем ала.
Атайымдың ҡулы оҫта. Матур итеп өй ҡыйыҡтары эшләй, мунса бурай. Атайыма оҡшарға, унан эшкә өйрәнергә һәм яҡшы уҡырға тырышам. Үҙен ныҡ яратам һәм ғорурланам.
Ер йөҙөндә бар балаларҙың да атай-әсәйле булып үҫеүҙәрен теләйем.
Даниэль ӘХМӘТОВ, VI «Б» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.