Өлкән ҡыҙҙары Ғәлиә үҙ донъяһын ҡорған, ҡала поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Улдары Айназ ҡалалағы 5-се мәктәптең IX синыфында уҡыһа, Илназ – VII синыфта, ә бәләкәйҙәре Әмилә II синыфта белем ала.
Был ғаиләлә балалар ҙа эшһөйәр, ярҙамсыл. Улар һәр эште кәңәшләшеп башҡарырға ярата. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, малайҙарҙың да ағас эшенә оҫта булыуына аптырайһы түгел. Атайҙарына гел ярҙамлашып, эшкә өйрәнеп үҫеп киләләр. Йорт һалғанда ла улдарының ярҙамы ҙур булған. Ә ҡыҙҙар әсәйҙәренән бешеренергә, ҡул эштәренә өйрәнә.
– Әмилә бәләкәйҙән китапҡа мөкиббән. Өйҙәрендә буш ваҡытында төрлө әҙәби әҫәрҙәр уҡый. Мәктәптә лә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Тағы ла һүрәт төшөрә, пластилиндан һындар әүәләй. Төҫһөҙ һүрәттәрҙе сағыу итеп буяп та ҡуя.
Спорт менән дә дуҫ. Ағайҙарына эйәреп, турникта әллә нисә тапҡыр күтәрелә ала. Кәүҙәһе лә һығылмалы ғына. Хатта шпагатҡа ултырырға өйрәнеп алған әле. Әмилә «Урал батыр» эпосынан өҙөк ятлағанында ҡумыҙҙа оҫта уйнап та, йәйәнән уҡты мәргән атып та һоҡландыра. Шулай уҡ инглиз телен ихлас өйрәнә. Киләсәктә ғәрәп телен дә үҙләштерергә иҫәбе бар. Әмиләнең төп девизы ла: «Яҡшы билдәләргә генә уҡыу». Ә хыялы – рәссам булыу.
Бына шундай шәп, өлгөлө ҡыҙ тәрбиәләнә Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә, – ти уҡытыусыһы Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина.
Тырыш йорт хужаһы Ғәли Һатыбалды улы менән уңған хужабикә Вәлимә Вәкил ҡыҙы балалары белемле, тәртипле, эшһөйәр булып үҫһен өсөн бар көсөн һала. Ғаилә башлығы Баймаҡтағы 5-се мәктәптә төрлө эш башҡарыусы булһа, әсәйҙәре «Айыуҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе йөгөн тарта.
Был ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел. Тормошҡа зарланып ултырмайҙар, ең һыҙғанып донъя көтә Рәхмәтуллиндар.