Бөгөн ял бит, эшкә бармайһың,
Аҙна буйы гел эштә булаһың,
Һөйләшергә ваҡыт тапмайһың.
Әсә:
Ярар, ҡыҙым, әйҙә, һөйләшәйек,
Кил һуң, үҙең ултыр яныма,
Ниндәй уйҙар бөгөн һине борсой,
Барыһын да һөйлә, оялма.
Ҡыҙ:
Әсәкәйем, һиңә бик ҙур рәхмәт,
Был донъяға мине тапҡанға,
Атай менән бергә икәүләшеп,
Балалар, тип тырышып ятҡанға.
Һин шундай егәрле, уңғанһың да,
Эшеңдә лә яҡшы эшләйһең.
Ғаиләлә һин бит ҡояш кеүек,
Беҙҙең өйҙөң эсен йәмләйһең.
Әсә:
Рәхмәт, ҡыҙым, ошо һүҙҙәреңде
Һалып ҡуям күңел түренә.
Балаларың әйткән матур һүҙҙәр
Бар шатлыҡтан оло күренә.
Бына һин дә ҙур үҫерһең, ҡыҙым,
Юғары белем дә алырһың.
Ана шул саҡ тормош башлағанда
Бер аҙ ғына уйға ҡалырһың.
Һиңә кәңәш һүҙҙәремде әйтәм,
Уларҙы һин гелән иҫтә тот.
Әсәнең балаға өйрәткәне,
Һәр саҡта ла була ул бик хуп.
Кешеләргә Раббыбыҙ бойорған
Үҙ тормошон ҡороп йәшәргә,
Үҙ ғаиләһендә үҙ аллы булып,
Бала табып донъя көтәргә.
Хәҙерҙән үк ҡыҙым әйтеп ҡуям
Һайла үҙ халҡыңдан үҙ тиңең.
Һин бит ҡыҙым алдағы тормошта
Буласаҡ кәләш, еңгә һәм килен.
Быны мин ҡушмайым, Раббым ҡуша
Изге Ҡөръән тигән китапта.
Халыҡ булып ғүмер итеү өсөн
Һәр ғаилә тора хисапта.
Ғаиләне ҡорғас, һеҙҙең бурыс –
Тәрбиәле бала үҫтереү.
Ә тәрбиәнең иң төп билгеһе –
Һинең балаң үҙ телен белеү.
Әгәр һин тик киреһен эшләһәң,
Ғаиләңдә телең юғалыр.
Был яңлыштан һинең быуыныңда
Динең аҙашыуға юл алыр.
Ҡыҙ:
Әсәкәйем! Мин үҫеп киләм шул,
Шуға һөйләшәйек, тигәйнем.
Һинең ауыҙыңдан әсәкәйем,
Кәңәш ишетәһем килгәйне.
Рәхмәт, әсәй, әйткән һүҙҙәреңә
Һәр һүҙеңде ныҡлы аңланым.
Ул һүҙҙәрҙе бик ҡәҙерле итеп
Йөрәк түрҙәренә һаламын.
Әйҙә, әсәй, аш-һыу бүлмәһенә
Мин дә һиңә ярҙам итәйем.
Атайымдың эшенән ҡайтҡанын
Тәмле аштар менән көтәйек.
Әсә:
Әсәй-атай эргәһендә саҡта
Һәр эште өйрәнеп үҫ, ҡыҙым!
Әйҙә бергә аш-һыу әҙерләйек,
Әйҙә, ҡыҙым, әйҙә, йондоҙом!
Сығанаҡ: Ф. Ҡотлогилдина.
Һүрәттә: Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Вәлимә Рәхмәтуллина ҡыҙы Әмилә менән.