+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
19 Февраль 2024, 03:00

Атайым менән ғорурланам

 Атайымдың  исеме –  Рәүеф. Ул Ауырғазы  районы  Солтанморат  ауылында өсөнсө бала булып донъяға килгән.

Атайым менән ғорурланамАтайым менән ғорурланам
Атайым менән ғорурланам

Бик  иртә  әсәйһеҙ ҡала. Атайым бәләкәйҙән эшләп, сынығып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, техникумда  ветеринарға уҡып сыға. Мал йәнле булғас, әлегә тиклем һөнәренә тоғро ул.

Беҙ бик күңелле һәм татыу йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙең ихатабыҙҙа күпләп  ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ, мал тотабыҙ. Мин дә атайымдың уң ҡулы булып, һәр эштә лә ярҙам итергә йүгереп йөрөйөм.

 

Рәмис Әлимбәков, I синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге  Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас