+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
23 Февраль 2024, 11:00

Атайымды яратам!

Рәсәйҙә йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Был байрам менән атайым Әлим Дим улы Сибаевты ҡотларға теләйем.

Атайымды яратам!Атайымды яратам!
Атайымды яратам!

Атайым 2003 йылдың ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре сафына саҡырыла. Хеҙмәтен Әстерханда үтә башлай. Ант ҡабул иткәндән һуң радиация, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәренә күсерелә. Намыҫлы һәм яҡшы хеҙмәте өсөн атайым әрменән ваҡытынан алда ҡайтыу хоҡуғы ала.

Әрме тормошо менән бәйле бик күп күңелле хәтирәләр һаҡлай атайым. Был тормош мәктәбендә күп нәмәгә өйрәнгән ул. Төрлө ҡалаларҙан яҡшы дуҫтар тапҡан, улар менән әлегә тиклем йылы аралаша.

Мин атайым менән бик ғорурланам, сөнки ул Тыуған илебеҙҙе һәм беҙҙе – буласаҡ ғаиләһен яҡланы. Көслө, изге күңелле кеше, донъялағы иң яҡшы атай бит ул! Беҙгә, ҡыҙҙарына, күп ваҡыт бүлә. Бергәләп уйнайбыҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ. Атай, мин һине бик яратам!

 

 Лиана СИБАЕВА,

 Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының

V “Б” синыфы уҡыусыһы.

Белорет ҡалаһы.

 

Атайымды яратам!
Атайымды яратам!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас