+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
27 Февраль 2024, 05:00

Олатайым менән ғорурланам

Ватан һаҡсыһы көслө һәм ҡыйыу булырға тейеш. Минең өсөн шундай кеше – Рауил олатайым. Ул сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, 1982 – 1984 йылдарҙа хәрби бурысын үтәгән.

Олатайым менән ғорурланамОлатайым менән ғорурланам
Олатайым менән ғорурланам

Олатайымдың «Хеҙмәт тураһында иҫтәлек» тип аталған альбомы ғаилә ҡомартҡыһы һанала. Йыш ҡына күмәкләп фотоларҙы ҡарайбыҙ, ә ул үҙенең һалдат булған саҡтарын һөйләй.
Олатайым менән ғорурланам, унан өлгө алам.


Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас