Ағайым 2001 йылда әрмегә китә. Ике тапҡыр Чечен һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштағы батырлығы өсөн төрлө миҙалдар менән бүләкләнгән.
Хәҙерге ваҡытта ул ғаиләһе менән Түбәнге Новгород ҡалаһында йәшәй. Йәштәрҙе тәртипкә, үҙаллылыҡҡа һәм Ватан алдындағы изге бурысты үтәүгә яуаплы ҡарарға өйрәтә.
Рәсүл ағайым менән ғорурланам.
Алтынай Айҙашева, IX cиныф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Татырүҙәк мәктәбе.