+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
29 Февраль 2024, 04:00

Татыу ғаилә – ил күрке

Ғаилә хаҡында фәһемле мәҡәлдәр. Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ, дуҫтар!

Татыу ғаилә – ил күркеТатыу ғаилә – ил күрке
Татыу ғаилә – ил күрке

* Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.

* Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән.

* Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.

* Ҡыҙы барҙың наҙы бар. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.

* Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.

* Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет, түҙ.

*Ир-атты ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын.

*Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә – ир.

* Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.

* Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.

* Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.

* Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған.

* Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.

* Бала – ата-әсәгә алтын бағана.

* Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.

* Баланан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер, баланан бәхетең булмаһа – иртә йәштән ҡарт итер.

* Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ, ир байлығы – тәүәккәллек.

* Ҡыҙ күңелендә – балалы бишек, ир күңелендә – эйәрле ат.

* Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.

* Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билдәле.

* Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.

* Татыу ғаилә – ил күрке.

* Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.

* Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас, ҡәҙер күрерһең.

* Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.

* Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.

* Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында – изгелек.

* Малайға тәрбиә биреп ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп милләт тәрбиәләйһең.

* Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.

* Ир бала атаһына – таяу, ҡыҙ бала өй эсендә – буяу.

* Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә – көйҙөрә.

 

Сығанаҡ: Өләсәйҙәр мәктәбе” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас