+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
1 Март 2024, 04:05

Өлгөлө ғаилә

Рәхимовтар ғаиләһе – матур ҙа, татыу ҙа. Улар Ауырғазы районының Яңы Итекәй ауылында  гөрләтеп тормош көтә.

Өлгөлө ғаиләӨлгөлө ғаилә
Өлгөлө ғаилә

Ғаилә башлығы – Азамат Зәбир улы Ауырғазы күп профилле колледжында эшләй. Ә Ынйы Зиф ҡыҙы  район үҙәгендә ҡатын - ҡыҙҙарға матурлыҡ серҙәрен  төшөндөрә. Улдары Айбулат Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының l синыфында белем ала. Ул – отҡор, зирәк һәм шаян уҡыусыларҙың береһе. Башҡорт телен яратып, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә.

Күркәм ғаиләгә бәхет һәм шатлыҡтар теләйем. Ер йөҙөбөҙгә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, бар ғаиләләр бәхетле булһындар!

 

 Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас