+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
1 Март 2024, 05:30

Татыу ғаиләбеҙ

Беҙҙең өйөбөҙ – һәр саҡ йылы һәм йәмле, сөнки беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Ғаилә байрамдарын һәр саҡ бергә ҡаршылайбыҙ.

Татыу ғаиләбеҙТатыу ғаиләбеҙ
Татыу ғаиләбеҙ

Беҙҙең татыу ғаиләбеҙҙә  5 ҡыҙ тәрбиәләнә. Атайым – Илфат, әсәйем – Инира, апайымдар – Лилиә, Әлмира, Ләйсән һәм кескәй һеңлебеҙ Зәлиә. Үҙем ғаиләлә – дүртенсе бала.
Атайым тракторист-комбайнер булып эшләй. Башҡортостаныбыҙҙың баҫыуҙарын арҡыры-буй гиҙеп, яҙын иген сәсһә, көҙөн иген ура. Уның оҙайлы эш сәфәренән ҡайтҡанын һағынып көтөп алабыҙ. Әсәйем – ғаиләбеҙҙең уңған хужабикәһе. Өйҙә һәр саҡ тәмлекәстәр бешереп, беҙҙе һағынып көтөп ала. Лилиә апайым Өфөлә, БДМУ-ның медколлеждында уҡый, буласаҡ шәфҡәт туташы. Әлмира апайым Стәрлетамаҡта компьютер белгесенә уҡып бөтөп,  әле  ӨФТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында  уҡый. Ләйсән апайым менән  әлеге көндә Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында белем алабыҙ. Ә Зәлиә һеңлем  балалар баҡсаһына йөрөй.
Ял көндәренә бергә йыйылабыҙ. Беҙгә бик күңелле. Әсәйем барыбыҙҙы ла тәмле аштары менән һыйлай.  Ғаиләбеҙ менән ныҡ бәхетлебеҙ.
Бөтә балалар ҙа ғаиләле һәм бәхетле булһындар, тип теләйем.

 

Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, II cиныф уҡыусыһы.

 Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас