“Быйыл беҙ, Ғафури районы Яугилде ауылы халҡы, “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашабыҙ. Әле һуңғы саралар бара. Ошо уңайҙан һәм Ғаилә йылына ла арнап, ауылыбыҙҙың башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләһенең фотоһын тәҡдим итәм. Уларҙы “Йәншишмә”лә күрһәк, шат булыр инек. Гөлнара менән Рәзил Нәзировтарҙы һәм уларҙың балаларын спорт һөйөүсе, ижади, егәрле, ипле тип беләбеҙ”.