Донъялағы иң ҡәҙерле кеше - әсәйгә үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған матурлыҡты бүләк итеүгә етәме ни?! Кескәйҙәр ошо сәскәләрҙе әсәләргә һөйөүҙәрен ҡушып, ихлас күңелдән эшләгән.
Әсәй - тәүге уҡытыусы ла, иң яҡшы дуҫ та, терәк-таяныс та, ә уның йылы ҡосағы бар күңелһеҙлектәрҙе оноттора. Бына шундай изге кеше ул әсә!