+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
7 Март , 13:00

Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе

Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан гимназиябыҙҙың китапханаһында абруйлы ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр йыйылып, түңәрәк өҫтәл артында ”Ил терәге – ғаиләлә” исемле бик йылы һөйләшеү ойоторолдо.

Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе
Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе

Сараны уҡыусыларыбыҙ асты. Мәҙинә Батырова, Айгүзәл Факиева, Иҙел Шәйбәков наҙлы, мөләйем әсәйҙәргә, беҙҙе һаҡлаусы, яҡлаусы атайҙарға бағышланған матур шиғыр юлдары уҡып ишеттерҙе. Ағинәйҙәребеҙ Зөләйха Рыҫҡолова менән Фәнүзә Ғәбидуллина өләсәйҙәрҙең бала тәрбиәләүҙәге серҙәре менән ихлас уртаҡлаштылар, үҙҙәренең ҡул эштәренән күркәм күргәҙмә лә ойошторҙолар.

“Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе Зөһрә Йәһүҙина матбуғат биттәрендә башҡорт ғаиләләренең уңыштары һәм проблемалары нисек сағылыш алыуы хаҡында һөйләне. Табип Дилә Шиһапова иһә ғаиләләрҙә сәләмәтлеккә иғтибар бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Ул туҡланыу буйынса файҙалы кәңәштәрен еткерҙе. Ғаиләлә атай роленең әһәмиәте хаҡында фекере менән ентекле итеп үҙ миҫалында гимназиябыҙ директоры Рөстәм Дилмөхәмәтов уртаҡлашты.

IV “А” синыфы уҡыусыһы Данислам Рәимовтың үҙе ижад иткән “Мин – башҡорт” шиғырын уҡып ишеттереүе бик ҡыуаныслы булды. Талантлы уҡыусыларыбыҙ үҫә! III “А”-нан Мәҙинә Батырова менән Дилара Абдулованың йырлауы сараны тағы ла йәмлерәк, күңеллерәк итеп ебәрҙе.

Саҡырыуҙы ҡабул итеп килгәндәре, йәнле әңгәмәлә әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Борон-борондан милләтебеҙҙең йорт усаҡтарында йолалар һаҡланыуын, атай абруйы, әсәй наҙы, балалар ҡәҙере, өлкәндәр аҡылы, йәштәр айбарлығы булыуын белә инек. Бындай милли байрамдар уҙғарылыуы ғаиләләребеҙгә боронғо йолалар ҡото,рухы ҡайтыу көнө булһын ине!

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА,

педагог-китапханасы.

Өфө ҡалаһы,

Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.

Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе
Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе
Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе
Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе
Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе
Ғаилә – киләсәктең ышаныслы нигеҙе
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: