+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
7 Март , 15:06

Өләсәйем һабаҡтары

Беҙҙең синыфта 18 уҡыусы: 10 малай һәм 8 ҡыҙ. Мәктәптә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йортондағы бейеү түңәрәгенә йөрөйбөҙ.

Өләсәйем һабаҡтары
Өләсәйем һабаҡтары

Яңыраҡ өләсәйҙәребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Беҙ уларға шиғырҙар һөйләнек, бейенек, ике әкиәт сәхнәләштереп күрһәттек. Өләсәйҙәр үҙҙәренең мәктәптә ҡайҙа, нисек уҡыуҙары тураһында бәйән иттеләр, беҙгә кәңәштәр бирҙеләр. Уларҙың күбеһе мәктәпте тамамлағас колхозда фермала эшләгән.

Минең өләсәйем – Фәриҙә Сәфиуллина. Ул да фермала эшләгән, һуңынан колхозда икмәк бешергән. Икмәген күрше ауылдарҙан да килеп алғандар. Хәҙер өләсәйемдең эшен Лүзә инәйем дауам итә. Мине өләсәйем үҙе белгәненә өйрәтә. Уның кеүек оҫта икмәк бешереүсе булырға теләр инем.

Ҡәҙерле өләсәйҙәрҙе 8 Март байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

 

Диниә САФИУЛЛИНА,

IV синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы,

Ҡолсора мәктәбе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: