+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
8 Март , 10:10

Әсәкәйем – ҡәҙерлем

Мин әсәйемде 8 март менән ысын күңелдән ҡотлайым. Уның һау-сәләмәт, оҙон ғүмерле булып, беҙҙе әлегеләй ҡыуандырып йәшәүен теләйем.

Әсәкәйем – ҡәҙерлем
Әсәкәйем – ҡәҙерлем

Әсәйем Әлфиә Аҙаубай ҡыҙы Шаһимәрҙәнова йәмле август айында Әбйәлил районының Аһылай ауылында донъяға килгән. Уларҙың ғаиләһендә өс бала үҫкән: әсәйем һәм ике ҡустыһы. Үкенескә күрә, әсәйемдең ата-әсәһе иртә мәрхүм булып ҡала, өҫтәүенә, бер ҡустыһының вафат булыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә уға. Әлеге көндә бәләкәй ҡустыһы бер-береһенә терәк булып, кәрәк саҡта ярҙам итешеп йәшәйҙәр. Икеһе лә үҙ донъяларын төҙөгән. Әсәйем менән атайым татыу ғаилә ҡорған, беҙгә, ике ҡыҙына, ғүмер биргәндәр.

Минең уйлауымса, әсәләрҙе беҙ һәр ваҡытта хөрмәт итергә бурыслыбыҙ. Уларҙы бер ҡасан да рәнйетмәйек, сөнки әсәйҙәр – беҙҙең өсөн йән атҡан һәм иң түҙемле кешеләр донъяла! Әсәкәйем, беҙ һиңә мең-мең рәхмәтлебеҙ!

 

Лиана СИБАЕВА,

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының V синыф уҡыусыһы.

Белорет ҡалаһы.

 

Әсәкәйем – ҡәҙерлем
Әсәкәйем – ҡәҙерлем
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: