+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
11 Март , 16:00

Исеме лә, үҙе лә матур!

Гөлназ... Исеме лә, үҙе лә матур бит! Әсәйем Ҡаҙыш ауы­лында тыуған. Юрист, уҡытыусы һөнәрҙәрен үҙләштергән. Әлеге көндә Рысыҡай ауылында йәшәйбеҙ.

Исеме лә, үҙе лә матур!
Исеме лә, үҙе лә матур!


Әсәйем – тырыш, тыныс холоҡло кеше. Көн дә тәмле аштар бешереп ҡыуандыра. Ҡышҡылыҡҡа төрлө компоттар, салаттар әҙерләргә ярата, ойоҡ-бейәләйҙәр ҙә бәйләй.
Ҡәҙерле кешем Сосновка ауылында почта бүлексәһе мөдире булып эшләй. Әлеге көндә ҡустымды ҡарап өйҙә ултыра. Беҙ әсәйебеҙҙе яратабыҙ, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Байрамың менән!


Арыҫлан АҘНАБАЕВ, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: