+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
11 Март , 12:35

Рәхмәтлемен һиңә мин, Аллам!

Бөгөнгө көн бик ҡәҙерле миңә,

Рәхмәтлемен һиңә, мин Аллам!
Рәхмәтлемен һиңә, мин Аллам!

Үҙ йортом бар ҡайтып инергә.
Ишегемде асып инеү менән,
Өҫтәлем бар икмәк телергә.
Йөрәгемдә булған наҙҙарымды,
Ҡәҙерлем бар бүлеп бирергә.

Өҫтәл тулы тәмле-татлы ризыҡ,
Өйөм нурлы, күңелем ихластан.
Күршеләрем инә хәл һорашып,
Балалар менән тулы ихатам.
Был бәхетте миңә биргән өсөн,
Рәхмәтлемен һиңә мин, Аллам!

Бәхет өсөн миңә күп кәрәкмәй,
Кәрәк бары ғаиләм ныҡлығы.
Мөхәббәтле, ныҡлы ғаиләлә,
Балалар ҙа үҫә тәүфиҡлы.
Шул бәхеттән мине мәхрүм итмә,
Бир һин, Хоҙай, ныҡлы һаулыҡты!



Гөлсөм НӘБИУЛЛИНА.

Фото: Н. Шәйәхмәтова.

Фотола: Миәкә районы Илсеғол башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Нәсимә Риф ҡыҙы Шәйәхмәтованың  өлгөлө ғаиләһе.

Рәхмәтлемен һиңә, мин Аллам!
Рәхмәтлемен һиңә, мин Аллам!
Рәхмәтлемен һиңә, мин Аллам!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: