+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
12 Март 2024, 17:00

Ҡояш кеүек ул

Иң матуры, иң һөйкөмлөһө ул минең әсәйем.

Ҡояш кеүек улҠояш кеүек ул
Ҡояш кеүек ул

Исеме – Айгизә, 34 йәштә. Шығай ауы­лы хакимиәтендә эшләй.
Уға гел ярҙам итәм, һәр ваҡыт аш-һыу бүлмәһендә бергәмен. Ашарға бешерергә, һауыт-һаба йыуырға ярҙамлашам. Уның әҙерләгән ризығы телеңде йоторлоҡ. Айырыуса бәлештәрен яратып ашайбыҙ.

Әсәйемде яратам,
Өйҙә юҡта, һағынам.
Һөйөүемде белдереп,
Ҡайтһа, уға һыйынам.
Әсәйем өйҙә саҡта
Бөтәбеҙгә күңелле.
Йылы нурҙарын һибеп,
Көлөп торған шикелле.

Әсәйемә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

Наҙлыгөл ӘБҠӘДИРОВА, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас